

Өфөлә 3–4 сентябрҙә уҙған “Спорт. Лидерлыҡ. Берҙәмлек” халыҡ-ара форум сиктәрендә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Евразия халыҡтары ассамблеяһы Төбәк йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Осрашыуҙа спорт тармағына ярҙам итеү йүнәлешендәге саралар ҡаралды.
Был форум 2024 йылда Өфөлә уҙасаҡ “Евразиадаға табан” спорттың этник төрҙәре буйынса киң халыҡ-ара ярыштарға бағышланған саралар теҙмәһен аса.
– Ошо көндәрҙә республикала традицион Өфө халыҡ-ара марафоны үтә. Һис шикһеҙ, марафонды һәм форумды берләштереү ҡеүәтле һөҙөмтә бирә. Был 30 илдән һәм Рәсәйҙең 11 төбәгенән алты мең ҡатнашыусыны берләштерәсәк. Спорт, рухи һәм милли берҙәмлек аша дуҫлыҡты, илдәр, халыҡтар араһында ижади хеҙмәттәшлекте нығытыуға һәләтлебеҙ, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр Башҡортостанда спортты үҫтереүгә етди иғтибар бирелеүен билдәләне һәм һуңғы йылдарҙа ошо йүнәлештә тормошҡа ашырылған ҙур эштәргә байҡау яһаны.
Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, республика илдең спорт буйынса алдынғы төбәктәренең береһе булып тора.
Осрашыуҙа Италия менән ғилми-мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса комитет етәксеһе, вәкиллектең Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Руслан Кинйәкәев Италия республикаһы менән дуҫтарса хеҙмәттәшлек нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Ул спорт федерацияларының тренер составына Италия тренерҙарын индерергә тәҡдим итте, был тәжрибә уртаҡлашыуға булышлыҡ итәсәк.
Евразия халыҡтары ассамблеяһының Генераль секретары Андрей Бельянинов ултырышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләгәндә, форумды ойоштороусыларҙың һәм ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәре һәм көстәре фекерҙәр индереү бурыстарын ғына хәл итмәй, ә ҙур спорт донъяһында яңы векторҙар эҙләү өсөн ҡеүәт тә бирә ала, тип билдәләне.
Фото: "Башинформ".