

Быйылғы Өфө марафоны йүгереү һәм скандинав атлауы дистанциялары – ике, биш, 10, 21,1, 42,2 километр, балалар старттары (100-600 метр).
Спорт сараһында алты меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Халыҡ-ара марафонда ҡатнашыу теләген белдергәндәр араһында донъяның 23 иленән, Рәсәйҙең 222 ҡалаһынан һәм 33 төбәгенән вәкилдәр бар. Ҡаҙағстандан, Латвиянан, Беларусь Республикаһынан йүгереүселәр яҙылды. Азия һәм Африка илдәренән Өфөләге юғары уҡыу йорттарында белем алғандар марафонда әүҙем ҡатнаша.
VIII Өфө халыҡ-ара марафонын үткәреү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең гранты бүленгән. Сарала ҡатнашҡандарға фирмалы футболка, иҫтәлекле миҙал, ә иң етеҙҙәргә шәп приздар бирелә.
Халыҡ-ара марафонда баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡатнашасаҡ. Ул 10 километр арауыҡҡа йүгереүҙе һайлаған. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков ошондай уҡ арауыҡҡа йүгерә, тағы тиҙлекле роллерҙар трассаһында ҡатнаша. Шулай итеп, ул был ике этапты ла үтмәксе. “Берҙәм Рәсәй” партияһы үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин һәм башҡалар ҙа сарала үҙен һынап ҡарай.
Әйткәндәй, был спорт сараһының үткәрелеүе сәбәпле, Өфөнөң тарихи үҙәгендә юлдар ябылды. 4 сентябрҙә иртәнге 7-нән 15 сәғәт 30 минутҡа тиклем Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карла Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Коммунистик, Чернышевский, Крупская, Киров, Театр урамдары буйынса транспорт хәрәкәте сикләнде. Спорт сараһының үткәрелеүе менән бәйле йәмәғәт транспорты йөрөшөндә лә үҙгәрештәр булды.
Видео: баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.