

Быйылғы Өфө марафоны йүгереү һәм скандинав атлауы дистанциялары – ике, биш, 10, 21,1, 42,2 километр, балалар старттары (100-600 метр).
Спорт сараһында алты меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
“Бөгөн Өфө халыҡ-ара марафонында үҙ дистанциямда йүгерҙем. Сараны ойоштороусыларға шәп кәйеф өсөн ҙур рәхмәт. Барыһына ла сәләмәтлек һәм яҡшы ялдар!” – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Хәбәр итеүебеҙсә, был марафонды үткәреүгә Башҡортостан Хөкүмәте гранты бүленгән.
Фото: Максим Забелиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.