

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы “Еҙем” ял биләмәһе” агротуристик проектын тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙаш эҙләү маҡсатында яңы инвестиция тәҡдиме булдырҙы. Өс этапта барасаҡ был проектҡа инвестиция күләме 75,8 миллион һум тәшкил итә, ул 26 яңы эш урыны булдырыуға йүнәлтелгән.
- Проект инициаторы менән берлектә концепцияһын уйланыҡ һәм туристар ағымын йәлеп итерлек эшмәкәрлек йүнәлешен билдәләнек. Шуға ла инвесторҙашҡа тулы иҫәп менән әҙер ҡарар тәҡдим итәбеҙ, - тине Башҡортостан Республикаһы Үҫеш Корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Паркта ивент-киңлек, балалар майҙансыҡтары, кафе, мунсалар, шулай уҡ ҙур булмаған йорттар һәм палатка лагеры өсөн майҙансыҡтар планлаштырыла. “Еҙем” ял биләмәһендәге үҙенсәлекле урын - альпака-парк буласаҡ. Тәүҙә унда ике хайуанды аҫрау күҙалланһа, аҙаҡ уларҙың һаны артасаҡ.
Бизнес тәҡдимдә инвестиция майҙансығы ҡаралған, унда ял биләмәһен булдырыу ниәтләнә. Ул Ғафури районында урынлашҡан һәм өс гектар тирәһе майҙанды биләй.
Проектты тормошҡа ашырыу уңайлылығын хәстәрләп, дәүләт ярҙамы саралары ла ҡаралған.
Фото: rasfokus.ru.