Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Сентябрь 2022, 12:15

Тамара Танһыҡҡужинаға уңыштар теләйбеҙ!

Көйәрмәндәр был матчты тарихи шашка баттлы тип атай

Тамара Танһыҡҡужинаға уңыштар теләйбеҙ!
Тамара Танһыҡҡужинаға уңыштар теләйбеҙ!

Башҡортостан юлдаш телеканалы Тамара Танһыҡҡужина һәм Матрена Ноговицына араһындағы суперматчты күрһәтәсәк.

6 – 13 сентябрҙә Якутскиҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Николай Николаевич Кычкин иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй рус һәм йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса ярыштар үткәрелә.

Сара ваҡытында халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина менән 2021 йылдың донъя чемпионы Матрена Ноговицына араһында суперматч ойошторола. Уйынды тура эфирҙа Якутия телекомпанияһы күрһәтә. Ул Башҡортостан юлдаш телеканалына ла күрһәтеү хоҡуғын биргән. Көйәрмәндәр был матчты тарихи шашка баттлы тип атай.

- Йола буйынса Башҡортостан Республикаһында һәм Саха (Якутия) Республикаһында шашка бик популяр. Спортсыларыбыҙ төрлө кимәлдә һәм төрлө ярыштарҙа даими конкурент булып тора. Шуға был матчты үткәрергә, уны трансляциялау артабанғы үҫешенә йоғонто яһарға, ике төбәктә лә шашканы популярлаштырыуға йоғонто яһаясаҡ. Ә матч бик ҡыҙыҡ буласаҡ, барыһын да саҡырам, - тине шашкасы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тамара Танһыҡҡужина.

7 сентябрҙә урындағы ваҡыт менән 15 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалы суперматчты тура эфирҙа күрһәтәсәк.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: