

Арабыҙҙа шундай һоҡланғыс кешеләр бар: уларҙың йәшәү рәүеше күптәргә өлгө булырлыҡ. Бына ошондай замандашыбыҙ Миннислам Вахитов Торатауҙы яуларға йыйына. Ул Башҡортостандан шихандың үрен яулаған беренсе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кеше буласаҡ, тип хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите.
Миннислам Минниәхмәт улы быға тиклем дә тау үрҙәрен яулаған. 1995 йылдан ул спорт туризмы менән шөғөлләнә. Ярыштарҙа уға ҡаялар буйлап үрмәләргә тура килгән. 2015 йылдың мартында ул төркөм составында Ирәмәлгә күтәрелгән. “Әле коляскамды әҙерләйем. Яҡшы үрмәләү өсөн алдағы тәгәрмәстәрҙең ҙур булыуы яҡшы. Хәҙер уларҙы алмаштырыу менән мәшғүлмен”, - тип һөйләне Миннислам Вахитов.
Уға был уй-маҡсатының тормошҡа ашыуын, уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото: vk.com/club175284210