

Был йәйҙә республиканың һәм күрше төбәктәрҙең спорт майҙандарындағы һабантуйҙарҙа “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһе буйынса ярыштар үтте. Былтыр иһә ошо спорт төрө буйынса Башҡортостандың беренсе чемпионаты уҙҙы, ә быйыл күпбәйге буйынса асыҡ беренселек “Башҡорт аты” фестивале нигеҙендә ойошторолдо. Йәйге көндәрҙә иһә башҡорт халыҡ ярыштарының презентацияһы Пермдә, Екатеринбургта һәм Ижевскиҙа булды.
Башҡорт халыҡ уйындарын күпбәйгегә туплау осоро иһә ҡасан башланды? 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарған Юлдаш Йосопов башҡорт халҡының матди булмаған мәҙәни мираҫын ғилми яҡтан тикшереү тәҡдимен индергәйне. Шул иҫәптән халыҡ уйындарын заманға яраҡлаштырыу тураһында ла тәҡдимдәр булды. “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһе ярыштарының төрҙәрен тикшереүгә тарихсылар, этнографтар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм реконструкторҙар ҙа ҡушылды.
Билдәле реконструктор, “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин да был ғәмәлгә тос өлөш индерҙе. Һөҙөмтәлә боронғо башҡорттарҙың йәшәү рәүешенә тап килгән, көнкүреш ысынбарлығына яуап биргән ярыш төрҙәре һайлап алынды.
– Башҡорт тәбиғәте менән – яугир. Шуға ла ир-ат тормошон ошо идея тирәләй ойошторған. Күпбәйге төрҙәренә килгәндә, бында хәрби эштең бөтә аспекттары ла иҫәпкә алынғанын аңларға кәрәк. Алыш ярышта сарыфланған көстөң һәм ваҡыттың ни бары 10 процентын тәшкил итә. Ҡалғаны – көс һәм инженерлыҡ оҫталығы. Арба үтерлек юлдар төҙөү, кисеүҙе яйға һалыу, емереклектәрҙе тикшереү һәм башҡа бик күп нәмәләр – ул ысын ир-егеттәр эше. Сыҙамлылыҡ, командала эшләү оҫталығы ла кәрәк. Яңғыҙ яугир алышта еңмәй – бергә эш итеү мөһим. Был ярыштарҙы ҡарағанда тап ошо үҙенсәлеккә иғтибар ителде, – ти Юлай Ғәлиуллин.
2020 йылда традицион спорт төрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында башҡорт халыҡ ярыштарының мөһим, киң таралған төрҙәренең исемлеге булдырылды. Уға “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһе тигән исем бирелде.
Башҡортостандың Мас-рестлинг федерацияһы президенты, тренер, Рәсәй кимәлендәге категорияға эйә судья Раил Бикмәев был эшкә хәҙмәттәштәрен дә йәлеп иткән. Ярыштар төрө өҫтөндә эшләүгә артабанғы этапта профессиональ спортсылар, спорт судьялары, спорт бәйгеләрен ойоштороусылар, спорт медицинаһы һәм хәүефһеҙлеге буйынса белгестәр ҡушылды.
Улар ярҙамында “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһе этаптары һайлап алынды һәм тәртипкә һалынды: бөтөнлөк хасил булды, ярыштарҙың эске төҙөлөшө һәм логикаһы асыҡланды.
– Атлеттарҙың хәүефһеҙлеге, еңеүселәрҙе билдәләүҙең берҙәм ҡағиҙәләре, снарядтарҙың бер төрлөлөгө һәм улар менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең күплеге – ошо мәлдәр күпбәйгенең киң популярлыҡ яулауының төп шарттары. Быны мас-рестлинг миҫалында күрәбеҙ. Быйыл алтмыш һабантуйҙа ярыштарыбыҙ махсус мас-рестлинг (таяҡ тартыу) ҡорамалдары менән үтте. Судьялыҡтың берҙәм ҡағиҙәләрен раҫлау “Бәйге”нең халыҡ спорт төрө булып китеүенә бөтә мөмкинлектәрҙе аса, – ти Раил Бикмәев.
Ғалимдар ярыштарҙың башҡорт халҡы традицияларына нигеҙләнеүен “Бәйге”нең мөһим элементы тип иҫәпләй. Шулай уҡ ярышҡа сағыу тамаша элементтарын индереүҙе лә күҙ уңында тоторға кәрәккәнлеге билдәләнде. Күпбәйгенән шоу яһауға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы һәм продюсер Наил Юнысов тос өлөш индерҙе – 2021 йылдың октябрендә “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһе буйынса финал ярыштарын төшөрөп эфирға сығарҙы. Ваҡиға Башҡортостан юлдаш телевидениеһының социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә лә яҡтыртылды.
Командаларҙың башҡорт ырыуҙары атамаларын алыуы, ырыу атрибутикаһын – оран, тамға, ағас һәм ҡошто ҡулланыуы ла ярыштарға әһәмиәт өҫтәй.
Былтыр иһә “Бәйге”гә ҡышҡы колорит өҫтәлде – “Айыҡ ауыл” республика конкурсы барышында ойоштороусыларға төрлө кимәлдәге старттар уҙғарыу өсөн бәйгелә ҡатнашҡан ауылдар мөрәжәғәт итте. Башҡорт күпбәйгеһенең һәр этабын тарихсылар, этнографтар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең ғилми яҡтан оҙата килеүе лә ярыштарҙың традицион башҡорт төрҙәре рухына тап килеүен тәьмин итә.
– “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһе уйындарының тулы исемлегенә егермегә яҡын ярыш төрө инә. Беҙ, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм тарихсылар, уларҙы бөртөкләп тигәндәй йыйҙыҡ – һәр башҡорт ырыуының (ә улар илленән ашыу) ҡыҙыҡлы ярыш төрҙәрен билдәләнек. Ырыу эсендәге йыйындарҙан тыш, ҡәбилә-ара йыйылыштар ҙа үткәрелгән, унда башҡа ырыуҙар менән көс һынашҡандар. Ғөмүмән, башҡорттар элек-электән йыйындарҙа һәм һабантуйҙарҙа көс, етеҙлек һәм тиҙлек буйынса ярышҡан. Бындай сифаттар милләттәштәребеҙҙе көслө һәм ҡыйыу яугирҙәр булараҡ билдәле иткән, – тине Юлдаш Йосопов.
Ярыштарҙың бер нисә төрө “Бәйге”нең нигеҙен билдәләй: суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу, “тарт-эт”, тартыш, арҡан тартыу, уҡ атыу, бүрәнә ауҙарыу һәм башҡалар.
Әлбиттә, был ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн ниндәй ҙә булһа физик әҙерлек кәрәк. Көрәш буйынса донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов башҡорт күпбәйгеһендә тәү сиратта физик әҙерлекле кешеләргә, спортсыларға ярышырға тәҡдим итә. Ул “Бәйге” төрҙәрен Пермь һабантуйында һынап ҡараған, “Башҡорт аты” фестиваленә ярашлы үткән асыҡ чемпионатта ярыштарҙы ойошторған.
– “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһенең дүрт төрөн һынап ҡараным һәм ярыштарҙың көс һынау өсөн яҡшы алым икәнлегенә инандым. Уларҙың һәр ҡайһыһы күп профилле атлетты әҙерләүгә булышлыҡ итә. Әйтәйек, ҡайһы бер ярыш төрҙәре беҙҙең милли көрәш спортсыларына ла файҙалы булғанын әйтә алам, “тарт-эт” һәм таяҡ тартыу – тәүге сиратта, – ти Айгиз Зәйнетдинов.
Эдуард ПЕТРОВ, Удмурт Республикаһының милли сәйәсәт министры:
— Удмурттар ҙа, башҡорттар ҙа үҙҙәренең көс-ғәйрәтле уландарын бер тос һүҙ менән атай: “батыр” тип. “Выль кужым – Бәйге” халыҡ спорты төрҙәре буйынса ярыш беҙҙең халыҡтарҙың бер-береһенә хөрмәт менән ҡарағанын иҫбатланы, илебеҙҙә батырҙарҙың күп булыуын күрһәтте. Башҡорт һәм удмурт спортсылары араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итербеҙ, сөнки бындай ғәмәлдәр халыҡ-ара дуҫлыҡты, татыулыҡты нығыта.
Рушан ШӘРИПОВ, Пермь крайының “Көрәш” федерацияһы” йәмәғәт ойошмаһы президенты:
— “Бәйге” спорт күпбәйгеһенең ярыштары бик оҫта уйланылған. Быны мин сирек быуатлыҡ тренер һәм судья тәжрибәһенән, оҙайлы спорт карьераһынан сығып әйтәм. Спортсының хәүефһеҙлеге юғары кимәлдә тәьмин ителгән, баһалау системаһы мөмкин тиклем асыҡ һәм аңлайышлы, күпбәйге төрҙәре өсөн универсаль булған терминдар ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта уйынды ойоштороусылар милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлап ҡалған.
“Бәйге”нең киләсәге ҙур. Был ярыштарҙы Пермь крайы майҙандарында күрһәткәндә, сараға спортсылар, гер күтәреүселәр шунда уҡ ылыҡты.
Дмитрий ВОРОБЬЕВ, Свердловск өлкәһендәге Арамильская слободаһы казагы, казак халыҡ уйындарын тергеҙеүсе һәм популярлаштырыусы:
– Беҙҙең “Арамильская слобода” казактар тарихы үҙәгендә казактарҙың уйындары тергеҙелә. Уйын программаларына балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә теләп ҡушыла. Башҡорт халыҡ уйындары, шул иҫәптән күпбәйге лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, тип уйлайым.
Бындай уйын төрҙәре хаҡында һүҙ барғанда, беҙ тәүге сиратта балаларға һәм үҫмерҙәргә иҫәпләнгән уйындар хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ. Элек-электән уйын нигеҙендә кескәйҙәрҙә дуҫлыҡ, берҙәмлек, команда рухы кеүек сифаттар тәрбиәләнгән. Улар ата-бабалары өсөн ҡәҙимге булған ролдәрҙе башҡарып ҡарай, уйын ҡоралдарын, ҡулайламаларҙы ҡулланырға өйрәнә.
- Ғәзиз ЙОСОПОВ