

Балтас районы үҙәгендә “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында эстетик гимнастика менән шөғөлләнгән төркөмдәр байтаҡ. Һәр ҡайһыһы һоҡланғыс уңыштарға эйә, күнекмәләрен яратып, бирелеп башҡара.
Балалар бәләкәйҙән үк һығылмалылыҡ күнегеүҙәренә өйрәнә. “Ағиҙел-йондоҙсоҡ“ төркөмөнә йөрөгән ҡыҙҙар өс йәш ярымдан гимнастика менән шөғөлләнә башлаған. Уларҙың ата-әсәһе лә берҙәм, бер-береһе менән яҡындан аралаша, алыҫ сәфәрҙәргә юлға сыҡҡан ваҡытта һәр мәсьәләне кәңәшләшеп эшләй. Костюмдарҙы һайлау, тектереү эштәрен дә бергәләп хәл итәләр. Үҙ йәштәре категорияһында халыҡ-ара, төбәк-ара, республика, район ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан спортсыларҙы районда яҡшы беләләр.
Ә ғорурланаһы уңыштары етерлек “йондоҙсоҡ“тарҙың. Ижевск һәм Ырымбур ҡалаларында үткән ярыштарҙа – беренсе, Ҡазан ҡалаһындағы бәйгелә – өсөнсө, ә Өфө ҡалаһындағы көс һынашыуҙа өсөнсө урынды яуланылар. Яңыраҡ Иҫке Балтас ауылында уҙған “Ағиҙел” асыҡ турнирында икенсе урынды яулап, “Ағиҙел-йондоҙсоҡ” төркөмө көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы. Тренерҙары Наталья Абдуллина командаларҙың йыл һайын камиллаша, үҫешә барыуын билдәләй.
Барыһы ла бала саҡ иленән башлана. Бәләкәйҙән һайланған һуҡмаҡ йыш ҡына оло һөнәри юлға алып сығыусан. Эстетик гимнастика ҡыҙҙарға нәфислек, зифа буйлылыҡ, һығылмалылыҡ серҙәрен өйрәтә. Был сәләмәтлек өсөн дә бары файҙаға. Ата-әсәләр, ҡыҙҙарының спорттың ошо төрө менән мауығыуҙарын хуплап, уларға теләктәшлек белдерә, һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Ә еңеүҙәр, ҡаҙаныштар һис шикһеҙ буласаҡ!
- Рима ВӘЛИЕВА-ҠАҺАРМАНОВА
Балтас районы