Спорт һәм туризм
9 Сентябрь 2022, 10:00

"Салауат Юлаев" быйыл нимә вәғәҙә итә?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

"Салауат Юлаев" быйыл нимә вәғәҙә итә?"Салауат Юлаев" быйыл нимә вәғәҙә итә?
"Салауат Юлаев" быйыл нимә вәғәҙә итә?

“Бөгөн Өфөлә яңы хоккей миҙгеле башлана. Силәбенең “Трактор”ы менән уйнайбыҙ.

Йыл һайын яңы хоккей миҙгелен түҙемһеҙләнеп көтәм. Әгәр барыу мөмкинлеге килеп сыҡһа, уйынды ҡарау кәйефте күтәрә, йыйылған барлыҡ стресс хис-тойғолар менән бергә юҡҡа сыға.

Мәктәп йылдарында ҡышын һәр кис тиерлек катокка йүгерә инек, хәҙер #командахабирова менән бергә, тығыҙ графикка ҡарамай, боҙға даими сығабыҙ.

Хоккейыбыҙ, барлыҡ һөнәри спорт кеүек, халыҡ-ара изоляцияға эләкте – Рәсәйҙең йыйылма командаһы турнирҙарҙан ситләтелде, шуға хәҙер Континенталь хоккей лигаһын ғына күҙәтеү ҡыҙыҡ.

“Салауат Юлаев” был миҙгелдә ғәҙәттәгесә ҙур маҡсаттар ҡуя. Йәй буйына команда “йәшәрҙе” – уҙған миҙгелде алдынғы уйынсыларҙан – легионерҙарҙан – тыш тамамларға тура килде. Был йәш быуынға үҙен күрһәтеү өсөн өҫтәмә этәргес бирҙе, ә беҙҙеү хоккей мәктәбебеҙ электән яҡшы булды. Йәштәргә өҫтөнлөк бирер кәрәк, йәш уйынсылар һәр ваҡыт тотороҡло уйнамаһа ла, команданың яңы кимәлгә сығыуына трамплин булып тора.

Команда яңы миҙгелде артыҡ уңышлы башламаны, әммә күптән түгел беренсе еңеүен яуланы. Был - “Трактор” менән матч алдынан мөһим күрһәткес.

Егеттәргә һеҙҙең терәк-таяныс булыуығыҙ кәрәк. Хоккей ҡарарға килегеҙ, беҙҙекеләр өсөн янып көйөгөҙ”, - тигән ул.

"Салауат Юлаев" быйыл нимә вәғәҙә итә?
"Салауат Юлаев" быйыл нимә вәғәҙә итә?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас