

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендәге #Һоҡланғыс кешеләр тормошонан Башҡортостан даими рубрикаһында билдәле еңел атлет Миңлевәсик Ғатаулла улы Абдуллин тураһында яҙма менән уртаҡлашты.
"Ул республикала билдәле йүгереүсе, үҙенең спорт карьераһында экватор оҙонлоғонан 1,5 тапҡырға тиерлек оҙонораҡ арауыҡты үтте. Йәнә - педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, ике тапҡыр СССР чемпионы, еңел атлетика буйынса алты тапҡыр Рәсәй чемпионы.
Миңлевәсик Ғатаулла улы иңендә - БАССР-ҙың дүрт рекорды. 1000, 1500, 3000 һәм 5000 метрға йүгереүҙә ул - иң яҡшыһы. Өҫтәүенә 3 саҡрымлыҡ арауыҡтағы рекордын - 7 минут 51,2 секунд - бына инде 49 йыл дауамында бер кем дә уҙа алмай.
Миңлевәсик Абдуллин оҙаҡ йылдар республикабыҙҙың йыйылма командаһына консультациялар үткәрҙе, Башҡортостанда еңел атлетиканы үҫтереү өсөн бик күп эшләне. Ул «Гастелло» спорт клубында тренер булғанда биш спорт мастеры һәм һигеҙ кандидат тәрбиәләгән. БДПУ-ла 12 йыл эшләү осоронда йөҙҙәрсә квалификациялы физкультура уҡытыусыһы әҙерләгән.
Әлеге ваҡытта Миңлевәсик Ғатаулла улы хаҡлы ялда. 76 йәшлек сағында ла үҙенең яҡшы спорт формаһы, күтәренке кәйефе, рух ныҡлығы менән хайран ҡалдыра. Йыл һайын Йәрмәкәй районында «Сәләмәтлек уҙышы»н үткәрә, был сара районда бик популяр.
Миңлевәсик Ғатаулла улы, һеҙгә һәм бөтәһенә лә изге сәләмәтлек теләйем", - тип яҙған Радий Фәрит улы.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.