Спорт һәм туризм
12 Сентябрь 2022, 15:30

Аэрофестиваль көтөлә

Был сара төрлө ҡыҙыҡлы сығыштарға бай буласаҡ.

Аэрофестиваль көтөләАэрофестиваль көтөлә
Аэрофестиваль көтөлә

16 сентябрҙән 18-енә тиклем Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан “Миңә күккә кәрәк ине!” төбәк-ара аэрофестивале уҙғарыла.

Сара республика балалар белем биреү технопаркы, Йәштәрҙең граждандар мәғариф союзы, Рәсәйҙең авиамодель спорты федерацияһы, “ДОСААФ” дөйөм Рәсәй йәмәғәт–дәүләт ойошмаһы тарафынан Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында ойошторола.

17 сентябрҙә 11.00 сәғәттә "Забельский" аэродромында авиамодель спорты, дрон-рейсинг буйынса ярыштар уҙғарыла.

18 сентябрҙә 10.30 сәғәттә аэрофестиваль ябыласаҡ. Унда теләгән һәр бала ҡатнаша ала. Ябылыу көнөндә балалар өсөн түбәндәге саралар уҙғарыла: авиацияға бәйле интерактив тематик майҙансыҡтар (планерҙар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, балалар һүрәттәре күргәҙмәһе, дрон-рейсинг буйынса мини-ярыштар һәм башҡалар), вокалсылар, йәштәр бейеү коллективтары, кадет мәктәбе сығышынан торған концерт программаһы, ветеран летчиктарҙы тәбрикләү, ярыш еңеүселәрен бүләкләү).

Байрам бәләкәй авиацияның фигуралы пилотажы, парашютсыларҙың сығыштары менән тамамланасаҡ. Сараны уҙғарыу адресы: Өфө ҡалаһы, Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47-се йорт, Р.А. Батталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге.

Фото: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас