Спорт һәм туризм
12 Сентябрь 2022, 16:15

Биш алтын миҙал яуланылар!

Ирек Сәғитов: "Артабан да уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйем”.

Биш алтын миҙал яуланылар!Биш алтын миҙал яуланылар!
Биш алтын миҙал яуланылар!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“8 – 11 сентябрҙә Үзбәкстанда үткәрелгән билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында башҡорт спортсылары яҡшы уңыштарға өлгәште. Донъяның 32 иленән 350-нән ашыу спортсы ҡатнашты.

Илебеҙҙең 42 көслө спортсыһы ингән Рәсәй йыйылма командаһы 12-нән биш алтын миҙал яуланы! Тағы ике бронза миҙал бар.

Еңеүсе спортсыларыбыҙҙы ҡотлайым һәм артабан да уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйем”.

Фото: Ирек Сәғитовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас