

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда республиканың туризм тармағы үҫеше лә ҡаралды.
– 2022 йылдың ете айы йомғаҡтары буйынса республикала 1,07 миллион туристик сәфәр ойошторолған. Был Рәсәй төбәктәре буйынса уртаса күрһәткестән 2,5 процентҡа юғарыраҡ, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. – Башҡортостандың тармаҡ предприятиелары 6,7 миллиард һумға хеҙмәттәр күрһәткән. Был 2021 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 22 процентҡа күберәк.
Эске туризмға ихтыяж артыуы шарттарында операторҙар хеҙмәттәр спектрын киңәйтә, уларҙың сифатын яҡшырта. Әйтәйек, республикала онлайн-бронь һәм туристик маршруттар булдырыу мөмкинлеге менән Terra Bashkiria берҙәм һанлы платформаһын әҙерләү күҙаллана.
Башҡортостанда туристик-мәғлүмәт үҙәктәре селтәрен киңәйтәләр. Әленән ошондай һигеҙ үҙәк эшләй ҙә инде. Уларҙың дүртәүһе 2022 йылда асылған. Туристик навигация системаһының мәғлүмәт билдәләрен ҡуйыу тамамлана – бөтәһе 1 274 билдә монтажланған.
Төбәктә социаль туризм проекттары, шул иҫәптән “Башҡортостанда мәктәп туризмы” пилот башланғысы ла әүҙем тормошҡа ашырыла. Уның буйынса 11,1 мең уҡыусы 2022 йылдың аҙағына тиклем республика биләмәһе буйлап турҙарға сыға.
Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты нигеҙендә Туризм буйынса федераль агентлыҡтың конкурс һайлап алыуҙарында ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостанға 552,1 миллион һум федераль аҡса йәлеп ителгән.
– Атап әйткәндә, республика инфраструктура проекттарын үҫтереүгә мөмкин булған субсидиялар күләмен – 335,5 миллион һум йәлеп итте. Был средстволар бизнесты үҫтереүгә һәм шәхси инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк, – тине Рөстәм Афзалов.
Башҡортостан Башлығы республиканың Туризм министрлығы коллективына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктары инфраструктураһын үҫтереүгә, туристик навигация билдәләрен башҡорт теленә тәржемә итеп ҡуйыуға, туристик-мәғлүмәт үҙәктәренең эшен әүҙемләштереүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендә асыу күҙалланған мәғлүмәт үҙәктәренең береһен 2023 йылдың 1 июненә тиклем Шишмә районында ҡуйырға кәрәклеген билдәләне.
Фото: mobillegends.net