

Ырымбурҙағы IX “Волга буйы зарницаһы”ның округ финалында Волга буйы федераль округындағы 14 төбәктән 190 юнармеец үҙ көсөн һынай.
Бөгөн Ырымбур эргәһендәге 45097-се хәрби частың аэродромында “Волга буйы зарницаһы-2022” юнармеецтарҙың хәрби-спорт уйындарының округтағы финалы тантаналы асылды.
17 сентябргә тиклем барасаҡ ярыштарҙа Волга буйы федераль округындағы 14 төбәктән өлкә, республика, край этаптарында еңеү яулаған 190 юнармеец ҡатнаша. 24 спортсынан торған ике команда Луганск һәм Донецк республикаларынан килгән.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров исеменән уның ярҙамсыһы Владимир Колчин тәбрикләне.
Фото: "Башинформ".