Спорт һәм туризм
13 Сентябрь 2022, 08:30

Радий Хәбиров: “Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем!”

Республикала мәктәп туризмы әүҙем үҫешә.

Радий Хәбиров: “Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем!”Радий Хәбиров: “Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем!”
Радий Хәбиров: “Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә мәктәп туризмын телгә алды.

“Миңә бындай программалар бик оҡшай. Башҡортостан Рәсәйҙә мәктәп туризмы үҫеш алған пилот төбәктәрҙең береһенә әүерелде.

Беҙҙә һөйләрлек һәм күрһәтерлек нимәләр байтаҡ. Тауҙар һәм урмандар, күлдәр һәм йылғалар, һәйкәлдәр, мәмерйәләр һәм заманса предприятиелар. Географияһы – бөтә республика.

Тәүге сәфәрҙәр ҡылынды, баһалар – ыңғай. Нуриман, Благовещен, Миәкә, Салауат райондары – балаларҙың бер өлөшө был биләмәләргә тәүгә барған. Улар “Изге Ҡыуаҡтар” Успение Изге Георгий ир-егеттәр монастырын, Павловка ГЭС-ын, иң ҙур һыу сығанағы булған Ҡыҙыл Шишмәне һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы күрҙе.

Ҡабатлап әйтәм: был программаға ярашлы бөтә республика буйлап сәйәхәт итергә мөмкин. Ошо маҡсатҡа “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли  проекты буйынса федераль ҡаҙнанан беҙгә 55,5 миллион һум бүленде. Йәнә 22,2 миллион һумды беҙ республика бюджетынан өҫтәнек.

Алгоритм ябай ғына. Мәктәп һәм район мәғариф бүлеге төркөмдәр төҙөй. Унда V – IX класс уҡыусылары инә. Датаны, ваҡытты һәм маршрутты – барыһын да һайларға мөмкин.

Сәфәрҙәр яҡшы ойошторола, улар – ике көнлөк һәм уҡыусылар өсөн түләүһеҙ. Беҙ берҙәм федераль реестрға ингән республика туроператорҙарын был эшкә йәлеп иттек. Тур йыйылмаһына юл йөрөү, йәшәү, йылы аш, экскурсиялар һәм страховка инә.

Сәфәр буйынса мәғлүмәтте Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының туризм программаларын тормошҡа ашырыу бүлегенән +7 (347) 218-17-20 телефоны аша асыҡларға мөмкин.

Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем, республикабыҙ үҙенсәлекле”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_875672

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_875672

 

Радий Хәбиров: “Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем!”
Радий Хәбиров: “Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем!”
Радий Хәбиров: “Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем!”
Радий Хәбиров: “Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем!”
Радий Хәбиров: “Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем!”
Радий Хәбиров: “Һеҙгә сағыу сәйәхәт теләйем!”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас