

Шайморатовсылар уйындары Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар уҡыусыларында илһөйәрлек тәрбиәләү, бынан тыш, сәләмәт тормош алып барыу, Ватанды һаҡлау буйынса бурысҡа тоғролоҡ, республиканың дәүләт телдәренә хөрмәт, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу маҡсатында үткәрелә.
Бөгөн Шишмә районында үткәрелгән уйындарҙа алты уҡыусынан торған командалар ҡатнашты. Уйындар ике этаптан торҙо. Беренсеһе ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы ҡабул итеү, “Шайморатов класы” презентацияһы булһа, икенсеһе “Авангард” йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү үҙәгенең уҡыу-методик үҙәгендә үткәрелде. Бынан тыш, балалар Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормошон, эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса үҙ белемен тикшерҙе.
Бөгөн сарала Өфө районы Шамонин урта мәктәбенән 6-сы “Б” класы уҡыусыларынан торған команда ла бар ине.
- Беҙ балаларыбыҙ менән ошо сарала үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға килдек. Улар беҙҙең мәктәптә беренсе булып асылған Шайморатов класында белем ала, - тип белдерҙе Шамонин урта мәктәбе директоры Зилә Заһир ҡыҙы Нуриева.
- Уйын бик матур форматта үтте. Үҙебеҙ ҙә, балалар ҙа борсолдоҡ, тулҡынландыҡ, тотош класс исеменән сығыш яһаныҡ, - тине Шамонин урта мәктәбенең 6-сы ”Б” класы етәксеһе Дилә Ринат ҡыҙы Миңлейәрова.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.