Спорт һәм туризм
13 Сентябрь 2022, 11:00

Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана

“Башҡортостан” гәзите фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтовтың фотоларында – бөгөн "Патриот" паркында уҙған ярыштарҙан күренештәр.

Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағланаШайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана

Бөгөн Шишмә районындағы "Патриот" паркында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка йәйге Шайморатов уйындары үткәрелде. Унда республика мәктәптәрендәге Шайморатов кластары уҡыусылары көс һынашты. Улар ике километрға арауыҡты 14 ҡаршылыҡ аша үтте.

Белеүебеҙсә, Башҡортостанда “Патриот” паркы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килде. Уның базаһында “Авангард” йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү уҡыу-методик үҙәге лә эшләй.

- Шайморатовсылар хәрәкәте 2020 йылдан башланды. Бөгөн алдынғылыҡ яулаған 20 командаға артабан да ышанысыбыҙ ҙур, - тип белдерҙе республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.

Бөгөн ярыштарҙа ҡатнашҡандарға ҡаршылыҡтар булған трасса, юғары стеналар, ҡоймалар, тоннелдәр, канаттар һәм башҡалар аша үтеү талап ителде. Шул уҡ ваҡытта бындағы тәбиғи рельеф файҙаланылды. Шайморатовсылар һынатманы, барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты.

“Башҡортостан” гәзите фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтовтың фотоларында – ошо үҙенсәлекле ярыштарҙан күренештәр.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Шайморатовсыларға ҙур ышаныс бағлана
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас