

Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов, Кушнаренко районы оҫтаһы Илфир Хәйруллиндың шөғөлө менән яҡындан танышып,"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә тәьҫораттарын яҙып ҡалдырған.
"Был иҫ киткес урын Кушнаренко районында - Таш скульптуралар паркында урынлашҡан. Был урын Ағиҙел йылғаһына ҡараған тау битләүе ине - әле халыҡ эшләгән креатив йәмәғәт киңлегенә әйләнгән.
Оҫта Илфир Хәйруллин бында бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра башлаған, ә һуңынан уға дуҫтары, фекерҙәштәре, урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар ҡушылған, район хакимиәтен хуплаған - һәм ошондай барыһын да үҙенә йәлеп иткән һоҡланғыс урын килеп сыҡҡан. Был тарихтың дауамы ла бар. Килеүселәр ағымы хәҙер туҡтауһыҙ үҫә һәм был урындың ылыҡтырғыс булыуы аңлашыла ла инде.
Бында рәхәт һәм тыныс. Барыһы ла саф күңел һәм изге ниәттәр менән эшләнгәндер, моғайын. Айырыуса был паркка «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» проектында ҡатнашыусылар ҙур теләк менән экскурсияға килә. Әйткәндәй, эргәлә тағы бер иҫтәлекле урын - ысын Ан-24Б самолеты урынлашҡан. Кушнаренко районында булһағыҙ - паркты мотлаҡ барып күрегеҙ. Һоҡланғыс күренеш, тылсымлы скульптураларҙы ҡарап хайран ҡалырһығыҙ, изге энергетиканы тойорһоғоҙ", - тип яҙған ул.
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.