

Кәңәшмәлә үҙ продукцияһын эшкәртеү, районда эске туризмды үҫтереү йүнәлешендә эш башлаған дүрт эшҡыуарҙың проекттары ҡаралды.
Уның эшендә Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов, “Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Башҡортостан агентлығы” йәмғиәте директоры Марсель Кашаев һәм башҡалар ҡатнашты.
Кәңәшмәлә эшҡыуарҙар Булат Борхановтың тауар билдәһен теркәү, Илдар Сәхипов, Марат Хәйруллин, Илшат Ғәлләмшиндың районда эске туризмды үҫтереү буйынса проекттары ҡаралды. Булат Борханов 2018 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Төп йүнәлеше – “Тәмле” кибеттәр селтәрендә икмәк-күмәс ризыҡтары етештереү һәм һатыу. 19 кешене эш урыны менән тәьмин иткән. Быйылдан иһә ит эшкәртеү, ярымфабрикаттар етештереү, ыҫлау эшен башларға тора. Әлеге мәлдә эшҡыуар продукцияны брендлау һәм сертификациялау менән шөғөлләнә. Планлаштырған инвестиция күләме - 7,5 милион һум.
Технологик йыһаздар һатып алыу, ассортиментты артырыу, брендлау, сертификациялау, продукцияны төбәк һәм сит тарафтарға сығарыу өсөн дәүләт программалары сиктәрендә уға ярҙам да күрһәтеләсәк.
Яңы эш башлап торған эшҡыуарҙар Лиана менән Илдар Сәхиповтар Көндәшле ауыл советында глэмпингтар, әүҙем туризм өсөн уңайлы шарттар булдырырға планлаштыра. Уларҙың агротуризм федераль программаһы сиктәрендә ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Бер йыл эсендә Сәхиповтар ике күлде төҙөкләндергән, ун ҡунаҡ йорто һалған. Тағы бер күлде төҙөкләндерергә кәрәк. Джипта, атта, йәйәү һәм кәмәлә йөрөү ойоштороласаҡ. Ҡышын ҡаргиҙәрҙә йөрөү, саңғыла шыуыу күҙ уңында тотола. Тюбинг трассаһын төҙөү өсөн 1,2 километр электр энергияһы үткәргәндәр, тюбингта шыуыу өсөн тау битен төҙөкләндереү эше башланған.
Былтыр эшҡыуарҙар 4 мең төп еләк, 500 төп ҡурай еләге, 3 гектар майҙанда һарымһаҡ ултыртҡан. Быйыл уларҙың һанын бермә-бер арттырырға иҫәптәре бар. Эшҡыуарҙарҙың алға ҡуйған маҡсаты шаҡтай. Улар тормошҡа ашһын тип теләргә ҡала. Ауыл кешеһенең мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған ҡунаҡ йортонда улар туристарҙы бөгөндән ҡабул итергә әҙер. Бында ауыл мейесе, көнкүреш әйберҙәре һәм башҡалар ял итеүсене боронғолоҡҡа алып ҡайта.
Шәхси эшҡыуар Илшат Ғәлләмшин 1999 йылдан эшмәкәрлек алып бара. Төп йүнәлеше – торлаҡ һәм торлаҡ биналар төҙөү. Һуңғы ҙур проекты – 800 квадрат метр ҙурлығындағы “Пятерочка” кибете төҙөү булған.
Әлеге ултырышта Илшат Ғәлләмшин “Эко-ауыл” проектын тәҡдим итте. Тәүҙә ул 10 экойорт төҙөргә иҫәп тота, ә бында йәшәргә теләк белдереүселәр менән агротуризмды үҫтреү буйынса килешеү төҙөләсәк. Был эко-ауыл Яңы Яҡшый ауылы эргәһендәге “Алтын башаҡ” пионер лагеры биләмәһендә урынлашасаҡ. Проект буйынса планлаштырылған инвестициялар күләме 30 миллион һум тәшкил итә. Проект тормошҡа ашһа, 19 кешегә эш урыны буласаҡ. Ул 2025 йылға тиклем төҙөлөп бөтәсәк.
Тағы бер проект башланғысы менән шәхси эшҡыуар Лилиә Хәйруллина сыҡҡан. Ул 2020 йылдан эшмәкәрлек алып бара. Төп йүнәлеше транспорт саралары өсөн туҡталыштар эшләү булһа ла, былтырҙан "Экобалтас" проектын тормошҡа ашыра. Глэмпингтар һәм экстремаль туризм менән шөғөлләнә.
Балыҡ тотоу һәм үрсетеү өсөн быуаны төҙөкләндереү, тюбинг трассалары булдырыу, квадроциклдарҙа йөрөү өсөн махсус трасса һалыу ҡаралған.
Был ял итеү урыны Усман ауылы эргәһендәге “Усман күле” эргәһендә буласаҡ. Инвестиция күләме 10 миллион һум тәшкил итә, 4 кеше эш менән тәьмин ителәсәк. Проектты 2025 йылға тамамларға иҫәп тоталар.
Кәңәшмә барышында барлыҡ проекттар ҙа хупланды. Рөстәм Афзалов үҙ кәңәштәрен бирҙе, уларҙы тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеү өсөн дәүләт ярҙамы алыуҙа булышлыҡ күрһәтәсәген белдерҙе.
Аида ХӘЙРТДИНОВА,
Балтас районы.
Ғәзим ТАЛИПОВ фотоһы.