

Быйылғы йәй республиканың тәбиғәт парктары өсөн рекордлы булды – үткән йәй менән сағыштырғанда туристар ағымы 35 процентҡа артты.
Туристарҙы иң ылыҡтырған урын “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы булып сыҡты: быйыл йәй унда 95 500 кеше булып киткән. Асылыкүл янында 26 400 турист ял иткән, Мораҙым тарлауығына – 40 250, “Еҙем” тәбиғәт паркына 1179 кеше килгән.
“Ростуризм” етәксеһе Зарина Догузова, быйылғы йәйгә йомғаҡ яһап, Башҡортостанды туристик миҙгелдең яңылығы тип атаны.
Фото: БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.