Спорт һәм туризм
14 Сентябрь 2022, 07:30

Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында бәйләнеш нығына

Башҡортостан һәм Үзбәкстандың Намаған өлкәһе спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында меморандум төҙөнө.

Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында бәйләнеш нығынаБашҡортостан һәм Үзбәкстан араһында бәйләнеш нығына
Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында бәйләнеш нығына

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Намаған ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы менән Намаған өлкәһе Хакимиәте араһында физик культура һәм спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Документҡа Үзбәкстандың Намаған өлкәһе башлығы Шәүҡәт Абдуразаков һәм Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов ҡул ҡуйҙы.

- Башҡортостан Республикаһы Үзбәкстан Республикаһы төбәктәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүен дауам итә. Меморандум ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса тағы ла бер мөһим документҡа әйләнде, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Меморандум сиктәрендә өлкә менән уртаҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған программалар, тәжрибә һәм мәғлүмәт менән спорт дәүләт ойошмалары, спорт уҡыу йорттары, федерациялар һәм яҡтарҙың башҡа спорт структуралары араһында алмашыу ҡаралған. Эш күмәк спорт, паралимпия уйындарында, юғары ҡаҙанышлы спортта, спорт сараларын уҙғарыуҙа, спорт кадрҙарын әҙерләүҙә, милли спорт төрҙәрен үҫтереүҙә һәм популярлаштырыуҙа күҙ уңында тотола.

Әлеге Меморандум сиктәрендә хеҙмәттәшлек итеү курстар, семинарҙар, симпозиумдар һәм конференциялар, фестивалдәр һәм күргәҙмәләр, спортты үҫтереү һәм спорт алмашыу системаһын юлға һалыу, консультациялар, спорт делегациялары менән алмашыу һәм эш визиттары формаһында бойомға ашырыласаҡ. Быйыл май айында Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Үзбәкстан Республикаһына сәфәренән һуң ошо ил менән үҙ-ара эшмәкәрлек көсәйҙе. Сәфәр барышында Ташкентта республиканың Үзбәкстандағы вәкиленең офисы асылды. Вәкилдең эшмәкәрлеге экспорт эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүгә, инвестиция проекттарын йәлеп итеүгә, республиканың эшлекле даирәләренә Үзбәкстан баҙарына сығыуҙа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Белешмә өсөн: 2022 йылдың ғинуар-июнендә Үзбәкстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йылдың ошо уҡ осоро күрһәткесенә ҡарата 7 процентҡа артҡан, шул уҡ ваҡытта экспорттың 11,8 процентҡа артыуы теркәлгән. Үзбәкстан 6 ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың экспорт буйынса тәүге ун контрагент-иленә инде.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас