

“ADCC Submission Wrestling World Championship” спорт сараһының ике еңеүсеһе, грэпплинг, бразиль джиу-джитсуһы буйынса тапҡыр 10 тапҡыр донъя чемпионы Джефф Монсон Рәсәйҙең спорт мастеры, ММА-ның профессиональ һуғышсыһы, Рәсәйҙең ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, илдең армия ҡул һуғышы һәм универсаль һуғыш буйынса чемпионаттарында күп тапҡыр призлы урындар яулаусы, бразиль джиу-джитсуһы буйынса үтә ҡыҙыл билбау хужаһы Евгений Долгарев менән осраша.
Бына ошондай ике көслө спортсы бер балаҫҡа баҫа, шуға алыш бик сағыу, мауыҡтырғыс булмаҡсы.
Был шәп алыш Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы кубогына спорт көрәше буйынса «ГРЭППЛИНГ UWW» беренсе асыҡ турнирының аҙағы буласаҡ. Ярыштарҙа 62-нән 130 килограмға тиклемге һигеҙ ауырлыҡ категорияһында иң көслөләр асыҡлана. Шуға күрә барыһын да “Динамо” стадионында көтәләр.
Фото: 360tv.ru
Видео: vk.com/wall-196362808_301