Спорт һәм туризм
16 Сентября 2022, 15:30

Көслөләрҙән-көслө еңһен!

Илдең 29 төбәгенән 200 тирәһе спортсы ҡатнаша.

Көслөләрҙән-көслө еңһен!Көслөләрҙән-көслө еңһен!
Көслөләрҙән-көслө еңһен!

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Өфөләге биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе комплексында 19 – 21 йәшлек спортсылар араһында биатлон буйынса беренселекте асыу тантанаһы үткәрелде.

- Башҡортостанда биатлон – төп спорт төрҙәренең береһе. Спортсыларыбыҙ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар яулай. Башҡорт биатлонының бай тарихы һәм киләсәге бар. Беҙ үҙебеҙҙә төрлө кимәлдәге ярыштарҙы үткәрергә әҙербеҙ. Рәсәйҙең биатлон буйынса беренселегендә ҡатнашыусыларға ҙур уңыштар, көс, түҙемлек, еңеүгә ынтылыш теләйбеҙ! Көслөләрҙән-көслө еңһен! – тип белдерҙе республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Ярыштар 20 сентябргә тиклем барасаҡ. Унда илдең 29 төбәгенән 200 тирәһе спортсы ҡатнаша. Республикабыҙ исеменән 12 егет һәм өс ҡыҙ сығыш яһай.

Ярыштар программаһы:

16 сентябрь – рәсми күнекмәләр;
17 сентябрь – роллерҙар – ҡыҙҙарҙың 12,5 километр арауыҡҡа уҙыштары;
роллерҙар – егеттәрҙең 15 километр арауыҡҡа уҙыштары;
18 сентябрь – роллерҙар – 3*6 километр арауыҡҡа эстафета (ҡыҙҙар);
роллерҙар – эстафета 4*7,5 км (егеттәр);
19 сентябрь – рәсми күнекмәләр;
20 сентябрь – 4,5 километр арауыҡҡа кросс-спринт (ҡыҙҙар);
6 километр арауыҡҡа кросс-спринт (егеттәр).

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас