

Шишмә районындағы “Патриот” паркында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубокка йәйге уйындар үткәрелде. Унда республика мәктәптәрендәге Шайморатов кластары көс һынашты. Уҡыусылар ике километрлыҡ арауыҡты 14 ҡаршылыҡ аша үтте.
Ышанысты аҡланылар
Белеүебеҙсә, Башҡортостанда “Патриот” паркы республика Башлығы Радий Хәбиров йөкләмәһе буйынса барлыҡҡа килде. Уның базаһында “Авангард” йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡыу-методик үҙәге лә уңышлы эшләй.
– Шайморатовсылар хәрәкәте 2020 йылдан башланды. Бөгөн алдынғылыҡ яулаған 20 командаға артабан да ышанысыбыҙ ҙур, – тип белдерҙе республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сараны асыу тантанаһында.
70 метр арауыҡҡа спринт йүгереүе, селтәр аҫтынан үтеү, ағас пирамидаға үрмәләү, бәүелеп торған лианаларҙан йығылып төшмәү, артабан трюмдың иң өҫтөнә менеп, ҡыңғырауҙы сыңлатыу – быларҙың барыһын да намыҫ менән үтте шайморатовсылар. Ярыштарҙың иң көсөргәнешле һәм теүәллек талап иткән һынауҙарының береһе – тир ҙа булды: уҡыусылар лазер ҡоралы менән биш сәпкә атты. Тик был яуаплы һынауҙы уңышлы үтеү барыһының да ҡулынан килмәне. Дөйөм алғанда, ярышта ҡатнашыусыларға 10 – 13 йәш кенә булһа ла, еңеүгә ынтылыш өлкәндәрҙеке кеүек ине.
Илһөйәрлек тәрбиәләнә
Быйыл уҡыу йылында Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаларында йәмғеһе 79 Шайморатов класы асылған. Шайморатовсылар уйындары иһә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс уҡыусыларында илһөйәрлек тәрбиәләү, бынан тыш, сәләмәт тормош алып барыу, Ватанды һаҡлау бурысына тоғролоҡ, республиканың дәүләт телдәренә хөрмәт, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу маҡсатында үткәрелә.
Шишмә районында ойошторолған уйындарҙа алты уҡыусынан торған командалар ҡатнашты. Был ярыштарҙа көс һынау өсөн республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларынан 40 команда һайлап алынғайны.
Уйындар ике этаптан торҙо. Беренсеһе ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы ҡабул итеү, Шайморатов кластары менән таныштырыу булһа, икенсеһе “Авангард” йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү уҡыу-методик үҙәгендә үткәрелде. Бынан тыш, балалар Бөйөк Ватан һуғышының, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормошон, эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса үҙ белемен тикшерҙе. Ярыш программаһы сараларға бай булды, етеҙлек, үткерлек, тапҡырлыҡ, теүәллек, аныҡлыҡ талап ителгән конкурстар тәҡдим ителде. Был мауыҡтырғыс ярыштың бөтә этаптары ла көсөргәнешле көрәштә үтте, әммә уҡыусылар һынатманы.
Улар араһында Өфө районының Шамонин урта мәктәбенән VI “Б” класы уҡыусыларынан торған команда ла бар ине.
– Беҙ балаларыбыҙ менән ошо сарала үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ. Улар беҙҙең мәктәптә беренсе булып асылған Шайморатов класында белем ала, – тип белдерҙе мәктәп директоры Зилә Заһир ҡыҙы Нуриева.
– Уйын бик матур форматта үтте. Үҙебеҙ ҙә, балалар ҙа борсолдоҡ, тулҡынландыҡ, – тине VI “Б” класы етәксеһе Дилә Ринат ҡыҙы Миңлейәрова.
Еңеүселәр билдәләнде
Үрге Тәтешле ауылындағы 1-се урта мәктәптең VII “В” класы уҡыусылары ла уңышлы сығыш яһаны – 40 команда араһынан еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Быға уларҙың мәҙәни, спорт һәм башҡа йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашыуы булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. “Уҡыуҙа ла, башҡа өлкәләрҙә лә һынатмаҫҡа тырышам. Төрлө спорт төрҙәре менән ихлас шөғөлләнәм”, – тип белдерҙе шайморатовсы Илнур Ғарипов.
Сибай гимназия-интернатынан Илһам Таһиров алты йәшенән һыбай йөрөү менән бик теләп шөғөлләнә. “Терра-Башҡортостан” республика ат спорты турнирында ла ҡатнашҡайны. Әбйәлил районының Мәхмүт ауылы егете әле – VII “Б” класы уҡыусыһы. “Спорт менән даими шөғөлләнәм, бөгөнгө ярыштарға ла ихлас килдем”, – тине ул.
Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙың Таһир Кусимов исемендәге гимназияһынан да шайморатовсылар бар. “Беҙҙең 5-се “Ш” класы уҡыусылары сарала әүҙем ҡатнашты, – тип фекерен уртаҡлашты уҡыусыларҙың хәрби кураторы Салауат Әбделмәнов. – Уларға төрлө ҡаршылыҡтарҙан торған ярыштар оҡшаны. Тағы ла ныҡлабыраҡ әҙерләнеп, көс-дәрт туплап, тәжрибәне арттырырға теләйбеҙ”.
Һәр ярыш-бәйгенең еңеүсеһе була. Быйылғы ярыштарҙа бындай бәхет-ҡаҙаныш Күмертау ҡалаһы вәкилдәренә эләкте. Ҡалалағы 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе командаһы йәйге Шайморатов уйындарында абсолют еңеүсе тип танылды һәм күсмә кубокка эйә булды. Иң яҡшы 20 команда иҫәбенә шулай уҡ Архангел, Белорет, Благовар, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Кушнаренко, Стәрлебаш, Тәтешле, Нуриман, Өфө райондары, Межгорье, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларының Шайморатов кластары инде.
Йәйге Шайморатов уйындарында еңеүселәр Республика көнөндә Өфөлә Рәсәй Геройы генерал-ма-йор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыуҙа һәм шайморатовсыларға тантаналы бағышлауҙа ҡатнашасаҡ.
Эдуард ШӘФИЕВ, Башҡортостанда “Геройҙар уҙышы” проекты етәксеһе:
– Ҡояшлы көндә быйылғы уҙыштар миҙгеле менән хушлашабыҙ. Һәр аҙна тиерлек бында хәрби-илһөйәрлек сменаларында булған балалар “Геройҙар уҙышы” ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте. Бөгөнгө ярыштарҙа иһә республиканың төрлө төбәктәренән 230 уҡыусы үҙ көсөн һынаны.
Илдар НИЗАМЕТДИНОВ, Нуриман районы Яңы Күл мәктәбенән V кластың хәрби кураторы:
– Мәктәбебеҙ шайморатовсылары дипломға лайыҡ булды. Киләһе уйындарға тағы ла нығыраҡ әҙерләнеү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Бының өсөн үҙебеҙҙең мәктәп ихатаһында “Патриот” паркындағы кеүек ҡаршылыҡтар һыҙатын төҙөргә тигән уй-ниәтебеҙ ҙә бар. Был балаларҙың күнекмәләр үтеүе өсөн кәрәк.
- Айһылыу НИЗАМОВА
Шишмә районы