

Һәр спорт төрө үҙенсәлекле: уларҙың барыһы ла сәләмәт тормош алып барырға өндәй, ихтыяр көсө тәрбиәләй, ныҡышмал, сәмсел, тырыш булырға, маҡсаттарыңа өлгәшергә ярҙам итә.
Команда спорт төрҙәренән айырмалы, көрәш үҙ-үҙеңә ышанырға, дәғүәсең менән күҙмә-күҙ осрашҡанда бары үҙ көсөңә генә таянырға, аныҡ ҡарарҙы тиҙ генә ҡабул итергә күнектерә. Шуға ла халҡыбыҙҙа элек-электән көрәшселәргә ҡарата хөрмәт ҙур, әле лә шулай. Көрәш менән спорт сараларын күҙәтеп барыусылар – көйәрмәндәр ҙә бихисап.
Тиҙҙән, 29-30 сентябрҙә, ике данлыҡлы спортсы баш ҡалабыҙҙа үҙ көсөн һынай. “ADCC Submission Wrestling World Championship” спорт сараһының ике еңеүсеһе, грэпплинг, бразиль джиу-джитсуһы буйынса ун тапҡыр донъя чемпионы Джефф Монсон Рәсәйҙең спорт мастеры, ММА-ның профессиональ һуғышсыһы, Рәсәйҙең ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, илдең армия ҡул һуғышы һәм универсаль һуғыш буйынса чемпионаттарында күп тапҡыр призлы урындар яулаған, бразиль джиу-джитсуһы буйынса үтә ҡыҙыл билбау хужаһы Евгений Долгарев менән осраша. Әйткәндәй, Евгений Долгарев – Октябрьский ҡалаһынан.
Бына ошондай ике көслө спортсы бер балаҫҡа баҫа. Алыш бик сағыу, мауыҡтырғыс булмаҡсы. Бынан тыш, республиканың спорт көрәше буйынса йыйылма командаһы ағзалары ҡатнаша, Төмәндән һәм Мәскәү өлкәһенән сарала үҙ көсөн һынау теләген белдергән спортсылар ҙа бар.
- Спорт – тәрбиәнең иң һөҙөмтәле төрҙәренең береһе. Беҙҙең студенттарҙың – идара итеүселәрҙең күбеһе спортта ла байтаҡ ҡаҙанышҡа өлгәшкән. Тап шуның өсөн дә көрәш төрҙәренең береһе грэпплинг буйынса беренсе асыҡ турнир үткәрергә ҡарар иттек. Өҫтәүенә, көрәш буйынса клуб менән Джефф Монсон эшләй, - тип белдерҙе бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов.
Республиканың Спорт көрәше буйынса федерацияһы вице-президенты Арсен Зиннәтуллин ярыштарҙа һәр ауырлыҡ категорияһында 18-гә яҡын кешенең көс алышасағы хаҡында әйтте.
Был спорт сараһының төп көсөргәнешле мәлдәре Джефф Монсон менән Евгений Долгаревтың күҙмә-күҙ осрашып көс алышыуы булырын көйәрмәндәр түҙемһеҙләнп көтә.
- Бында булыуыма сикһеҙ шатмын, турнир һөҙөмтәһендә спортсыларҙың грэпплингка иғтибары артыр тип ышанам. Минең алыш та мауыҡтырғыс, шахмат партияһына оҡшап, ҡатмарлы булыр тип уйлайым, - тине исеме тотош донъяға билдәле Джефф Монсон.
...Һәр спортсы өсөн ошондай төрлө турнир-ярыштарҙа ҡатнашыу мөһим. Был бигерәк тә йәш спортсылар өсөн кәрәк, улар ошондай сараларҙа үҙ көсөн һынап ҡына ҡалмай, тәжрибә туплай, башҡаларҙың спорт алымдары менән таныша, үҙ-ара аралаша. Спорттың төп тәғәйенләнеше лә сәләмәт тормош алып барыуға, үҙ-ара татыу булыуға өндәү.
Әйткәндәй, был шәп алыш Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы кубогына спорт көрәше буйынса "ГРЭППЛИНГ UWW" беренсе асыҡ турнирының аҙағы буласаҡ. Ярыштарҙа 62-нән 130 килограмға тиклемге һигеҙ ауырлыҡ категорияһында иң көслөләр асыҡлана. Шуға күрә барыһын да “Динамо” стадионында көтәләр. Килегеҙ, ҡарағыҙ, баһалағыҙ, "көйөгөҙ", кубокты кемдең яулауына шаһит булығыҙ!
Автор фотолары.