Спорт һәм туризм
19 Сентябрь 2022, 08:20

Көрәшселәребеҙ бөтә донъяға танылды

Радий Хәбиров Үзбәкстанда үткән билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында еңеү яулаған спортсыларҙы тәбрикләне.

Көрәшселәребеҙ бөтә донъяға танылдыКөрәшселәребеҙ бөтә донъяға танылды
Көрәшселәребеҙ бөтә донъяға танылды

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе башында күңелле ваҡиға булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстанда үткән билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында еңеү яулаған спортсыларҙы тәбрикләне.

Радий Хәбиров Башҡортостандың Рима Баталова исемендәге әҙерлек үҙәге спортсыларын – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, билбаулы көрәш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәевте, Туймазы районының 2-се спорт мәктәбе тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, билбаулы көрәш буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Рәзил Шәбиевте бүләкләне.

– Рәсәй йыйылмаһы командаһы Үзбәкстанда Наманган ҡалаһында билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында сығыш яһаны. Һәм тап башҡортостандар – биш алтын һәм ике бронза миҙал менән – еңеүгә тос өлөш индерҙе, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ Башҡортостан билбаулы көрәш федерацияһының беренсе вице-президенты, Рәсәй билбаулы көрәш федерацияһының беренсе вице-президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Өфөнөң “Батыр” спорт мәктәбе тренеры Рөстәм Зыяҡаевтың һәм билбаулы көрәш федерацияһы президенты Ирек Шәриповтың ҡаҙаныштары билдәләнде.

– Егеттәребеҙгә әйтәм – Көрәш һарайын һала башланыҡ, оҙаҡламай һеҙҙең үҙ йортоғоҙ буласаҡ, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас