+20 °С
Болотло


Үткән матчта юлаевсылар Владивостоктың “Адмирал” командаһынан 1:2 иҫәбенә ҡыйратылғандан һуң, был осрашыуға ҙур өмөттәр бағлап, түҙемһеҙләнеп көткәйнек.
Ниһайәт, хоккейсыларыбыҙ көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы – иҫәп “Салауат Юлаев” файҙаһына 2:0 булды. Беренсе голды, матч башланып, һигеҙ минут үткәс, Иван Дроздов хужалар ҡапҡаһына сәпәне. Һуңғараҡ Николай Кулемин командабыҙ “янсығы”на тағы бер мәрәй өҫтәне.
Фото: https://vk.com/hcsalavat