

“Спорт буйынса яҡын аралағы пландарыбыҙҙың береһе – йыл аҙағына тиклем Борай районының Борай ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу үҙәген файҙаланыуға тапшырыу. Физкультура-һауыҡтырыу комплексының универсаль залында дүрт көрәш балаҫы һәм спорт уйындары – волейбол, баскетбол, мини-футбол, гандбол һәм башҡалар өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Бында тағы тренажер залы, массаж кабинеты, буфет, конференц-зал урынлашасаҡ.
Киләһе йыл башында Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайын төҙөүҙе тамамлаясаҡбыҙ. 58х28 метр майҙанлы аренала хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнәсәктәр, ярыштар һәм башҡа ҙур сарала үткәреләсәк – зал 800 тамашасыға иҫәпләнгән. Бынан тыш, унда 50 кешегә тәғәйенләнгән конференция залы, көс йәһәтенән әҙерлек һәм функциональ күнекмә залдары, кардиозал буласаҡ.
Эшебеҙҙең тағы бер йүнәлеше – ГТО спорт майҙансыҡтарын төҙөү. Улар әлегә 63 муниципалитеттың 42-һендә бар. План буйынса, 2024 йылға бындай майҙансыҡтар Башҡортостандың һәр ҡалаһында һәм районында булырға тейеш.
Спорт һәр саҡ беҙҙә яҡшы сифаттар барлыҡҡа килтерә, көслө, ныҡыш, дисциплиналы һәм, әлбиттә, сәләмәт итә. Шуға төп маҡсатыбыҙҙың береһе – ҡайҙа ғына йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр кем спорт менән шөғөлләнә алырлыҡ булһын”.
Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.