Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Сентябрь 2022, 20:15

"Туризм сәғәте" үткәреләсәк

Радий Хәбиров Бөтә донъя туризм көнө айҡанлы дәүләт наградалары ла тапшырҙы.

"Туризм сәғәте" үткәреләсәк
"Туризм сәғәте" үткәреләсәк

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала туризм үҫеше буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда был тармаҡ буйынса эш алып барған министрлыҡтар, ведомстволар һәм туризм өлкәһендә бизнес йәйелдергән вәкилдәр ҡатнашты. Кәңәшмә “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктарын  үҫтереү, төбәккә туристарҙы йәлеп итерлек брендлы саралар ойоштороу һымаҡ мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алды.

– Беҙ һеҙҙең менән бергәләп туризм үҫеше өсөн шарттар булдырыу маҡсатында эшләйбеҙ, был республика иҡтисадында мөһим йүнәлеш булып тора. Беҙҙә туризм алға китһен өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Рәсәй туризмы етәксеһе Зарина Догузова юҡҡа ғына беҙҙең күрһәткестәрҙе билдәләмәне, сөнки алға барабыҙ, туристар ағымы арта. Быйыл федераль ҡаҙнанан 552 миллион һум ярҙам алыу ҙа ошо хаҡта һөйләй, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов һүҙҙәренсә, республика Волга буйы федераль округында ла, дөйөм ил кимәлендә лә туристик хеҙмәт күрһәтеү, туристар килеү йәһәтенән лидерҙар рәтендә бара.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусы туризм өлкәһе вәкилдәре лә үҙ фекерен белдерҙе, улар әйтеүенсә, республикала автотуризм, автобуста турҙар ойоштороу өсөн ер алыуҙа, документтар эшләүҙә бюрократик кәртәләрҙе аҙайтыу хаҡында уйларға кәрәк.

Кәңәшмә һөҙөмтәһе булып аҙна һайын “Туризм сәғәте” ойошторорға, төбәккә туристарҙы йәлеп итерлек киң саралар уйлап табырға кәрәк тигән фекер нығынды.

Сара аҙағында Радий Хәбиров Бөтә донъя туризм көнө айҡанлы дәүләт наградалары ла тапшырҙы.

Фото: республика Башлығы сайты.

"Туризм сәғәте" үткәреләсәк
"Туризм сәғәте" үткәреләсәк
"Туризм сәғәте" үткәреләсәк
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: