Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Сентябрь 2022, 15:03

Бөгөн – велосипедсылар төнө

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Бөгөн, 23 сентябрҙә, Өфөләге Черниковкала велосипедтарҙа уҙышта ҡатнашырға саҡыралар. Сара 21 сәғәттә Мотор эшләүселәр мәҙәниәт һарайы алдында башлана.

Ете километр арауыҡҡа уҙыштарҙан тыш, “ВелоПоло”, фигуралы йөрөтөү кеүек ҡыҙыҡлы ярыштарҙы ҡарарға мөмкин.

“1000 велосипедсы төнө”ндә ҡатнашыу өсөн 14 йәш тулырға, велосипедың төҙөк, шлем, яҡтыртҡыс элементтар, фонарь бу­лырға тейеш. Тағы https:// forms.yandex.ru/u/631a2957db4439affb269441/ һылтанмаһы буйынса теркәлергә онотмағыҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: