Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Сентябрь 2022, 15:02

Бай тарихы һәм киләсәге бар

БР спорт министры Руслан Хәбибов­тың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото:БР спорт министры Руслан Хәбибов­тың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Өфөләге биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе комплексында 19 – 21 йәшлек спортсылар араһында биатлон буйынса беренселек үткәрелде.

– Башҡортостанда биатлон – төп спорт төрҙәренең береһе. Спортсыларыбыҙ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар яулай. Башҡорт биатлонының бай тарихы һәм киләсәге бар. Беҙ үҙебеҙҙә төрлө кимәлдәге ярыштарҙы үткәрергә әҙербеҙ, – тип белдерҙе республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Ярыштарҙа илдең 26 төбәгенән 200 тирәһе спортсы ҡатнашты. Республикабыҙ исеменән 12 егет һәм өс ҡыҙ сығыш яһаны. Башҡортостан йыйылма командаһы бер алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы. Спортсыларыбыҙ эстафета уҙыштарында беренсе урынға сыҡты, ә Родион Травников үҙенең уҙышында финиш һыҙығына икенсе булып килде.

– Өс йыл рәттән республикабыҙҙың йыйылма командаһы эстафета ярыштарында еңеү яулай – шәп һөҙөмтә. Әммә беҙгә, һис шикһеҙ, ныҡлы эшләйһе бар әле, – тип белдерҙе йыйылма командабыҙҙың баш тренеры Виктор Никитин.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: