Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Сентябрь 2022, 19:45

Спорт һөйөүселәрҙе берләштерәсәк

Башҡортостанда төнгө футбол лигаһы ойошторолдо.

Спорт һөйөүселәрҙе берләштерәсәк
Спорт һөйөүселәрҙе берләштерәсәк

Ошо хаҡтағы ҡарар республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында ҡабул ителде. Был башланғыс менән башҡорт парламенты спикеры Константин Толкачев сығыш яһаны.

Константин Толкачев, лига дәүләт һәм муниципаль, хоҡуҡ һаҡлау органдары, алдынғы предприятиелар хеҙмәткәрҙәрен – футбол һөйөүселәрҙе берләштерәсәк, тип белдерҙе.

“Сара спортты, сәләмәт тормош алып барыуҙы популярлаштырып ҡына ҡалмай, ә ойошмалар араһында корпоратив мәҙәниәтте лә нығыта. Лиганың төп принциптарының береһе – һөйәрмәндәр спортын һөнәри итмәү. Предприятие йәки ведомство командаһы өсөн саҡырылған профессионалдар түгел, тап уның хеҙмәткәрҙәре сығыш яһарға тейеш. Юғиһә һөйәрмәндәр лигаһы сираттағы псевдопрофессиональ проектҡа әүереләсәк һәм иғлан ителгән маҡсаттар тормошҡа ашмаясаҡ”, - тип белдерҙе Константин Толкачев.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа төнгө футбол лигаһы етәкселәре лә һайланды. Уның президенты итеп парламенттың вице-спикеры Рөстәм Әхмәҙинуров тәғәйенләнһә, урынбаҫары - депутат Антон Матренин.

Уйындар һәр шаршамбы 20 сәғәт 30 минуттан 23.00 сәғәткә тиклем юғары спорт оҫталығы мәктәбендә үткәрелер тип көтөлә. Төнгө футбол лигаһы чемпионаты 12 октябрҙән киләһе йылдың яҙына тиклем дауам итә.

Фото: ptzgovorit.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: