Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Сентябрь 2022, 19:00

Ауылда боҙ майҙансығы төҙөлә

Йылайыр районының Юлдыбай ауылы халҡы хоккей майҙансығы төҙөү тәҡдимен индерә.

Ауылда боҙ майҙансығы төҙөлә
Ауылда боҙ майҙансығы төҙөлә

Республикала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы күп ауыл халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Программаның төп үҙенсәлеге - көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Тап ошо программа сиктәрендә күпселек ауылдарҙа йылдар дауамында хәл ителмәгән проблемалары аҡрынлап тормошҡа аша.

Йылайыр районының Юлдыбай ауылы халҡы ла “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”н тормошҡа ашырыу сиктәрендә хоккей майҙансығы төҙөү тәҡдиме индерә, һәм проект еңеү яулай.

Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев белдереүенсә, күп кенә этаптарҙы уңышлы үтеү өсөн байтаҡ эш башҡарылған. Мәҫәлән, ер участкаһын рәсмиләштереү, анкета тултырыу, йыйылыштар, йәмәғәт саралары үткәреү, инициативалы төркөмгә аҡса йыйыу һәм башҡалар. Иң мөһиме - барлыҡ ауырлыҡтар артта ҡалған һәм әле хоккей майҙансығын төҙөү эштәре башланған.

Әлеге ваҡытта Татарстан Республикаһының «МеталМонтажСтрой» компанияһы тендерҙа еңеп, 989976, 04 һумлыҡ хоккей майҙансығы урынлаштырған. Уны монтажлауҙы ойошма үҙе башҡара.

Һыуыҡтар етеү менән йәше-ҡарты хоккей майҙансығына килер, рәхәтләнеп боҙҙа хоккей уйнап, саф һауала сәләмәттәрен нығытыр, кәйефтәрен күтәрер.

Фото: Юлдыбай ауыл биләмәһе сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: