Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Сентябрь 2022, 19:30

Көс һынашырға килегеҙ!

"Оҙаҡламай “Патриот” паркы республиканың һәр кешеһе өсөн иң яратҡан урынға әүереләсәк".

Көс һынашырға килегеҙ!
Көс һынашырға килегеҙ!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙә “Патриот” паркында барған Рәсәй чемпионаты тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.

“Бөгөн “Патриот” паркында ҡаршылыҡтар аша уҙыш буйынса Рәсәй чемпионаты үтә. Унда ҡатнашыу өсөн беҙгә илдең иң  көслө 33 спортсыһы килде. Бөтәһе 600 кеше ҡатнаша. Иртәгә бында вуз студенттары араһында йүгереү буйынса ярыштар үтәсәк, 300-ҙән ашыу команда ҡатнашасаҡ.

Рәсәй чемпионатын беҙ тәү тапҡыр ҡабул итәбеҙ, был - Бөтә Рәсәй ҡаршылыҡтар менән уҙыш федерацияһының ышаныс күрһәтеүе тигән һүҙ. “Геройҙар уҙышы” миҙгеле осоронда был урында алты мең кеше көс һынашты.

Төҙөлгән трасса - Рәсәйҙә иң оҙондарҙың береһе. Тәү сиратта был Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡаҙанышы һәм ихтыяр көсө һөҙөмтәһе. Уның тырышлығы арҡаһында “Патриот” паркы булдырылды: казарма корпусы ремонтланды, хәрби техника өлгөләре ҡуйылды, Геройҙар аллеяһы асылды, Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Максим Серафимов иҫтәлегенә стела урынлаштырылды. Парк бөгөн уның исемен йөрөтә. Оҙаҡламай “Патриот” паркының республиканың һәр кешеһе өсөн иң яратҡан урынға әүерелеренә ышанам.

Кем әле көсөн һынап ҡарамаған, яңы миҙгелдә быны эшләргә тәҡдим итәм. Беҙ бында мотлаҡ тағы йыйыласаҡбыҙ.

Башҡортостан – илдең спорт һөйгән төбәге, быға икеләнмәйбеҙ! Алға, Башҡортостан!

Фото: VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: