

Бөгөн, 25 сентябрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мини-футбол буйынса чемпионат үткәрҙе. Сара 1812 йылғы Ватан һуғышының яугир-еңеүселәренә бағышланды.
Ойоштороусылары — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың «Спартак» физкультура-спорт ойошмаһы, Өфөнөң 10-сы спорт мәктәбе.
Көсөргәнешле ярышта ете команда көс һынашты, улар йәмәғәт әүҙемселәрен, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаларын берләштергәйне. Һәр команда Өфөнөң, Өфө районының айырым биҫтәһе йә ауылы, ойошмаһы өсөн уйнаны.
Командалар 1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙары исеме менән аталғайны.
Чемпионат баш ҡаланың 10-сы спорт мәктәбе майҙанында уҙҙы. Футбол һөйөүселәрҙең барыһын да ҡыҙыҡлы, сағыу уйын берләштерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов ярыштарҙа ҡатнашты һәм бындай сараларҙың команда рухын, кәйефте күтәреүен билдәләне.
Чемпионатты ойоштороусыларҙың береһе, “Спартак” физкультура-спорт ойошмаһы рәйесе Фуат Дәминдәров түбәндәгесә фекерен белдерҙе:
- Был ярыш бөгөн башҡорт йәштәрен берләштереүе менән ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле. Тәүге турнирыбыҙға ете лайыҡлы команда йыйылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы командаһы бик көслө команда туплаған. Был башланғыс артабан да дауам итергә тейеш һәм киләһе йылда финалды ғына Өфөлә, сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә уҙғарырға ине. Беҙ республиканы ете зонаға бүләсәкбеҙ. Республиканың һәр муниципалитетынан берәр команда йыя алһаҡ, был яҡшы йолаға әүереләсәк. Уйындың үҙенсәлеге шунда: бында профессиональ уйынсылары булмаған һәүәҫкәрҙәр генә ҡатнаша. Был һәүәҫкәр уйынсыларға үҙ һәләттәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә, - тине ул.
Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде: “Иң шәп һөжүм итеүсе”, “Иң шәп һаҡсы”, “Иң шәп ҡапҡасы”, “Иң матур гол” , “Иң шәп уйынсы”.
Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса өс еңеүсе команда билдәләнде.
Беренсе урында – “Аҡбуҙат” (Баймаҡ районы йәштәренән тора).
Икенсе урында – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы командаһы, өсөнсөнө “Спартак” (Өфө) яуланы.
Улар маҡтау грамоталы, бүләктәр менән билдәләнде, барлыҡ ҡатнашыусыларға дипломдар тапшырылды.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.