Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Сентябрь 2022, 15:04

80 йәш сик түгел

Иң мөһиме – теләк кәрәк.

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Марафон йүгереүе еңел түгел, ул спортсынан әллә күпме көс, түҙемлек талап итә. Ә бының өсөн көн һайын күнекмәләр үткәрергә, даими шөғөлләнергә, көндән-көн оҫталыҡты арттырырға кәрәк. Ишембайҙан саңғы ярышы буйынса спорт мастерлығына кандидат Рауил Миһранов марафонда тәүге тапҡыр 20 йылдан ашыу элек, йәғни инсульт кисергәндән һуң һауығып аяҡҡа баҫҡас ҡатнашҡан.

Матбуғат баҫмалары мәғлүмәттәренә ярашлы, Рауил Миһранов 42 километр 195 метр арауыҡты өс сәғәт тә дүрт минут һәм 21 секунд эсендә үткән. Марафон уҙғарылған көндә 33 градус эҫе була, 130 спортсы дистанциянан сыға. Был ваҡытта Рауил Миһранов үҙенең йәшендәге йүгереүселәр араһында өсөнсө урынды яулай, әммә өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалырға йыйынмай спортсы.

 Әле уның иҫәбендә – 20 марафон. 80 йәште уҙыуына ҡарамаҫтан, ул спортты ташламай: стадионда, саңғы базаһында күнегеүҙәр яһай, ҡала урамдары буйлап йүгерә, тренажер залына даими йөрөй.

Күптән түгел спорт ветераны Мәскәү марафонында үҙ көсөн һынап ҡараны. Әйткәндәй, был сара 2013 йылдан алып үткәрелә. Сираттағыһында 19 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында 80 йәше тулып уҙған Рауил Миһранов көмөш миҙал яуланы. Рәсәйҙәге ошондай ҙур спорт сараһында бындай уңышҡа өлгәшеү – үҙенә күрә бер батырлыҡ!

Башҡортостандан тағы бер яҡташыбыҙ – Раевка ауылынан Рәсәйҙең ауыр атлетика буйынса спорт мастеры Ришат Солтанов финишҡа 47-се булып килде.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: