Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Сентябрь 2022, 15:07

Чемпиондар ҙа оҫталыҡ дәресе ала

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Быйыл мартта Өфөлә Рәсәйҙең биатлон буйынса чемпионаты һәм кубогы ярыштарының һуңғы этабы булғайны. Унда илебеҙҙең, шулай уҡ Беларусь Республикаһының көслө спортсылары ярышты.

Команда составында Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Кәрим Хә­лили, Кристина Резцова, Ла­риса Куклина һәм Рә­сәйҙең, Беларусь Республи­каһының башҡа көслө биат­лонсылары ҡатнашты. Ошо исемдәре бик күптәргә таныш спортсылар араһы­нан Александр Логинов күптән түгел Башҡортос­танда булды һәм Олимпия уйындары чемпионы Аделина Заһи­ҙуллинанан оҫта­лыҡ дәрес­тәре алды. 


Саңғы ярыштары буйынса Олимпия уйындары чемпионы Александр Логинов Өфөгә “Рәсәй – спорт дер­жаваһы” форумына арнал­ған роуд-тур сиктәрендә килгән. Ул республика саң­ғы­сылары менән осрашты һәм яңы гимнастика үҙә­гендә булды. Роуд-тур Мәс­кәү – Түбәнге Новгород – Ҡазан – Өфө – Силәбе – Омск – Новосибирск – Кемеров маршруты буйынса үткәрелә. Александр Логинов баш ҡалабыҙға акция автомобилендә – РКмобил­дә – килгән. 

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: