Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Сентябрь 2022, 14:37

Ололар сәйәхәт итә

Социаль программала 30-лап маршрут ҡаралған.

Учалы туризм һәм экскурсиялар үҙәге.
Фото:Учалы туризм һәм экскурсиялар үҙәге.

Апрелдә старт башланған “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты буйынса Башҡортостандың матур урындарын күреп ял итеү мөмкинлегенән күптәр файҙалана. Оло йәштәгеләр өсөн әүҙем ял төбәктә “Демография”, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттарына ярашлы ойошторолған. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә алып барыла.

 

Дәүләт хәстәрлек күрә

 

Социаль проектта барлығы 30-лап маршрут ҡаралған. Уларҙы республиканың 11 турист операторы булдырған.  “Нарыҫтауға экскурсия. “Изге Ғәли” сығанағы, “Янғантау геопаркы”, “Торатау геопаркы”, “Святые Кустики” монас­тыры, “Шүлгәнташ” мәмерйәһенә сәйәхәттәргә ихтыяж ҙур.

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” социаль проектында Баш­ҡорт­остан биләмәһендә даими теркәлгән граждандар ҡатнаша ала: 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән оло ир-егеттәр йәки ваҡытынан алда пенсияға сыҡ­ҡандар. Улар өсөн республиканың тәбиғәт, мәҙәни-тарихи, дини объекттарына бер көнлөк маршруттар әҙерләнгән. Сәйәхәт итеү бушлай.

Проект өлкән йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йү­нәлтелгән. Ул – Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, муниципаль район һәм ҡалалар тормошҡа ашырған берлектәге эш. Быйыл был хеҙмәт ярҙамында оло йәштәге 10 мең кешенең ялын ойоштороу ниәт­ләнә.

Программала ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә йәки йәшәгән урындағы муниципаль район, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 

Бөрйәндәр Абҙаҡҡа сәфәр ҡылды

 

Проектҡа ярашлы, Бөрйән районынан 45 пенсионер “Абҙаҡ” һауыҡтырыу-спорт комплексына сәфәр ҡылды. Ололарға канат юлы буйлап тауҙарға экскурсия ойошторолдо.  Рәсәйҙә урман биләмә­һендә урынлашҡан берҙән-бер “Абҙаҡ” зоопаркында булыу ҙа йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

– Сәйәхәт ифрат оҡшаны. Үҙебеҙ тау-урмандарға бай ерҙә йәшәһәк тә, һәр урындың үҙенә генә хас айырым күркәмлеге бар бит – Белорет тәбиғәтенә ғашиҡ булып ҡайттыҡ. Канат юлынан Абҙаҡ тауҙарына үрмәләнек, ундағы матурлыҡты әйтеп аңла­тырлыҡ түгел. Урман эсендә урынлашҡан зоопарк та оҡшаны. Икенсе ваҡыт ейән-ейәнсәрҙәрҙе килтереп күрһәтәсәкмен, тип дәртләнеп ҡайттым. “Абҙаҡ” һауыҡ­тырыу-спорт комплексының үҫеш­кәнлеге хайран итте, ул илдәге билдәле курорттарҙан һис тә ҡалышмай – ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Беҙ кислородлы коктейлдәр, үлән сәйҙәре менән һыйландыҡ, туҡ­ланыу ҙа юғары кимәлдә, аҙыҡ-түлектең төрлөлөгө лә оҡшаны.

Аралар алыҫ булыуға ҡара­маҫтан, юлдағы ваҡыт һиҙелмәне. “Терра Урал” йәмғиәте гиды иҫтә­лекле урындар, тәбиғәт ҡомарт­ҡылары тураһында кәрәкле мәғлү­мәттәр еткерҙе, беҙҙе ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Район хакимиәте белгестәре Лилиә Иҫәнғужина менән Зөһрә Хәйбул­лина, һәр оло кешене  хәстәрләп, ярҙам итеп йөрөнө. Шәфҡәт туташы Нәркәс Исламова, сәфәр барышында ололарҙың хәлен белешеп, һаулығы торошон контролдә тотто.

Ололарға хөрмәт, хәстәрлек күрһәткән программаны уйлап ғәмәлгә индергәндәре өсөн республика етәкселегенә, район хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәтлемен, – тип ҡыуанысын йәшермәне ғүмерен  балаларға белем биреүгә арнаған хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рәүилә Йортбағышева.

 

Ә учалылар Бөрйәнгә барҙы...

 

Учалы районында проект август айында старт алды. Учалы туризм һәм экскурсиялар үҙәге хеҙмәт­кәрҙәре уңайлы автобуста өс төркөмгә  Шүлгәнташҡа экскурсия ойошторҙо. Проектта бөтәһе 122 пенсионер ҡатнашты.

– Мин сит илдә байтаҡ йәшәнем. Европала хаҡлы ялдағы кешеләр төрлө илдәр буйлап сәйәхәт итергә ярата. Уларҙың пенсияһы юғары, төрлө дәүләт программалары эшләп килә.  Шөкөр, беҙҙә лә һуңғы йылдарҙа алға китеш күҙәтелә. Күптән түгел Шүлгәнташҡа сәйәхәт ойошторолдо. “Шүлгәнташ” музей комплексы асылыуы тураһында ишеткәйнем, барып күрергә форсат сыҡмай торҙо. Комплекста хәҙерге заман технологияларын ҡулланып эшләнгән, аңлатмалар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә яҙылған, тимәк, сит ил туристары ла йәлеп ителәсәк. Дөйөм алғанда, респуб­ликабыҙҙа туризм тармағы  үҫеш кисерә. Республикалағы “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты ла быға этәргес бирәсәк”, – тине хаҡлы ялда булһа ла, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Гөлсинә Фазлыева.

Рөстәм Афзалов, Баш­ҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры:
– “Башҡорт оҙон ғү­мер­лелеге. Туризм” про­екты ял итеүселәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡал­­дыра. Мөһим социаль әһәмиәткә лә эйә. Ул тыуған яҡты яҡ­шы­раҡ белергә, яңы асыш­тарға булышлыҡ итеп ҡалмайынса, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөм­кинлектәр тыуҙыра, был оло быуын кеше­лә­ре өсөн айырыуса мөһим. 

Һандар һәм дәлилдәр

l Рәсәйҙә оло кешеләр йышыраҡ сәйәхәт итә башлаған. Биш йылда туристар араһында 60 йәштән өлкәндәр һаны ике тапҡырға артҡан. Сәйәхәт иткән пенсионерҙарҙың күбеһе – яңғыҙ йәшәүселәр.


l Рәсәйҙә ололар һайлаған иң популяр йүнәлештәр: Симферополь, Санкт-Петербург, Сочи, Минеральные Воды, Краснодар һәм Анапа. Санкциялар инде­рел­гәнсе, Чехия, Израилгә өҫтөнлөк биргәндәр. Быйыл Төркиәлә ял итеүселәр һаны артҡан.


l Турист агентлыҡтары мәғлү­мәте буйынса, пенсионерҙар сит илдә ял итеү өсөн – 40-50 мең һум, ә Рәсәй буйынса экскурсия турҙарына 15-20 мең һум аҡсаһын сығарып һалырға әҙер, күп осраҡта улар яҙ һәм көҙ миҙ­гелдәрен һайлай. Ә шифахана­ларҙа һаулыҡтарын нығытыр өсөн аҡсаһын йәлләмәй, көнөнә бер – дүрт мең һум сарыф итергә әҙерҙәр.


l 60 йәштән өлкәнерәктәр өсөн илебеҙҙә юл билеттарына ташламалар ҡаралған. Иң мөһиме – акцияларҙы һәм махсус тәҡдимдәрҙе күҙәтеп барырға кәрәк. Ҡырымға ял итергә барған  55 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 60 йәштән олораҡ ир-аттарға юл билетына 50 процентҡа тиклем ташлама ҡаралған.  Суб­сидияланған билеттар Калининград, Алыҫ Көнсығыш һәм башҡа төбәктәр йүнәлешендә лә һатыла.


l 2021 йылда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты буйынса республиканың 59 муниципаль берәмегенән 3648 оло кеше Башҡортостандың иҫтә­лекле урындарына сәйәхәт ҡылған.


l Психологтар белдереүенсә, сәйәхәт итергә яратҡан кешеләр тормошта ла уңышлы, сөнки улар уңайлы шарттарҙан баш тартырға ҡурҡмай, үҙгәрештәрҙе ҡабул итергә әҙер, хис-тойғоларына идара итә ала, үҙ көстәренә ышана, сабыр, эштәрен алдан планлаштыра, аралашырға ярата, аң даирәләре лә киң, гүзәллекте, тормоштоң ыңғай яғын күрә белә. 

- Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас: