Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Сентябрь 2022, 15:06

Уға һоҡланабыҙ!

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Күптән түгел Ленинград өлкәһенең Орехов ҡасабаһында “KANNAS ULTRA TRAIL” тигән исем менән йүгереү ярыштары ойошторолдо. Спортсылар ете, 10, 20, 30, 50 һәм 100 километр арауыҡҡа көс һынашты.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында абсолют иҫәптә Благовещендан Мария Аҡмыр­ҙина икенсе урынды яуланы. Ул 100 километр арауыҡты туҡ­тамайынса 14 сәғәт 21 минутта үтте. “Маша менән һоҡланыуым сикһеҙ, хатта бының өсөн һүҙ ҙә етмәй. Ул афарин!” – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тренеры Илдар Низамов.

Беренсе урынды – Екатерина Некрасова (12:23:31), өсөнсө урынды Римма Лаврентьева (15:51:38) яуланы.

 

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: