Спорт һәм туризм
1 Октябрь 2022, 10:00

Еңеүсе билдәле

29-30 сентябрҙә ике данлыҡлы спортсы баш ҡалабыҙҙа үҙ көсөн һынаны.

Еңеүсе билдәлеЕңеүсе билдәле
Еңеүсе билдәле

“ADCC Submission Wrestling World Championship” спорт сараһының ике тапҡыр еңеүсеһе, грэпплинг, бразил джиу-джитсуһы буйынса ун тапҡыр донъя чемпионы Джефф Монсон Рәсәйҙең спорт мастеры, ММА-ның профессиональ һуғышсыһы, Рәсәйҙең ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, илдең армия ҡул һуғышы һәм универсаль һуғыш буйынса чемпионаттарында күп тапҡыр призлы урын яулаған, бразил джиу-джитсуһы буйынса үтә ҡыҙыл билбау хужаһы Евгений Долгарев менән осрашты. Әйткәндәй, ул – республикабыҙҙың Октябрьский ҡалаһынан.

Был алыш Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы кубогына спорт көрәше буйынса “ГРЭППЛИНГ UWW” беренсе асыҡ турнирының аҙағы булды. Баштан уҡ Джефф Монсон алдынғылыҡты бирмәне һәм еңеү яуланы.

Ярыштарҙың төп өлөшөндә еңеүселәр һигеҙ ауырлыҡ үлсәмендә асыҡланды. Сарала барлығы 100 тирәһе спортсы ҡатнашты. Командалар турнирында беренсе урынды – “Якудзава көрәш академияһы”, “Яугир” спорт клубы – икенсе, “Brothers Russia” өсөнсө урынды яуланы. Шәхси турнирҙа Станислав Романченко (62 кг), Низам Иҙрисов (66 кг), Вячеслав Белобородов (71 кг), Виктор Митьков (77 кг), Сорбон Исломов (84 кг), Алик Шәрипов (92 кг), Андрей Черных (100 кг), Константин Лукин (130 кг) чемпион булды.

Фото: Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас