Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Октябрь 2022, 13:45

Беренсе тапҡыр ойошторолдо

Башҡортостанда Рәсәй Геройы Александр Доставалов иҫтәлегенә спартакиада үткәрелде.

Беренсе тапҡыр ойошторолдо
Беренсе тапҡыр ойошторолдо

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, спартакиадала Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларынан, шулай уҡ Өфө, Ҡыйғы һәм Көйөргәҙе райондарынан 90 кадет ҡатнашты. Балалар тест үтте, тарихи викторинала, спорттың хәрби төрҙәрендә, шулай уҡ ижади конкурста көс һынашты. Һөҙөмтәлә дөйөм команда иҫәбендә Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы еңеүсе булды, икенсе урынды – Стәрлетамаҡтағы 23-сө мәктәп, өсөнсөнө Өфө районындағы Булгаков ауылындағы лицей яуланы.  

- Был – тиңе булмаған сара. Беҙ геройҙарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ тураһындағы иҫтәлекте, бөйөк илебеҙ тарихын, йылдар дауамында барлыҡҡа килгән ҡиммәттәрҙе, йолаларыбыҙҙы хөрмәт итәбеҙ, - тип белдерҙе республиканың мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: