Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Октябрь 2022, 20:30

Спорт сараһына әҙерлек мәсьәләләре барланды

Ирек Сәғитов билбаулы көрәш буйынса Республика турнирын үткәреү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Спорт сараһына әҙерлек мәсьәләләре барланды
Спорт сараһына әҙерлек мәсьәләләре барланды

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә Республика көнөнә арналған Асыҡ республика билбаулы көрәш турнирын үткәреү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Ул 10 октябрҙә Өфөнөң Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә ойошторола.

Ирек Сәғитов билбаулы көрәш буйынса Үзбәкстан Республикаһының Наманган ҡалаһында сентябрҙә үткән донъя чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһы ҡатнашҡандан һуң, республика Башлығы Радий Хәбировтың Наманган өлкәһе хакимиәтенә Үзбәкстан менән Башҡортостан йыйылма командаларының иптәштәрсә осрашыуын үткәреүгә саҡырыу ебәргәне хаҡында хәтерләтте.

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, Башҡортостандың билбаулы көрәш федерацияһы менән берлектә турнирҙы үткәреү тураһында положение әҙерләнгән. Сараға әҙерлек тураһында Башҡортостандың Билбаулы көрәш федерацияһы президенты Ирек Шәрипов һәм Р. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге директоры Юлия Чачина ла хәбәр итте.

Республика Эске эштәр министрлығының йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм башҡарма власть, урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Александр Миронов сарала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тураһында бәйән итте.

Ултырышты йомғаҡлап, И. Сәғитов ярыш башланыуға бер аҙнанан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалғаны хаҡында иҫкәртте һәм бөтә көстәрҙе туплап, турнирға ныҡлы әҙер булыуҙы үтенде.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: