Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Октябрь 2022, 16:52

Һөйләп бөтөрлөк түгел

“Барғаныма шатланып бөтә алмайым”

Бишбүләк районы хакимиәте сайты.
Фото:Бишбүләк районы хакимиәте сайты.

Бишбүләк районының иң дәртле, эҙләнеүсән пенсионерҙары Ишембай районындағы Торатау шиханына сәйәхәткә ҙур теләк менән барып ҡайтты. Экскурсия геопарк үҙәгенән, шихандар тарихын өйрәнеүҙән башланды. Сәфәрселәр тау итәгендә урынлашҡан үҙенсәлекле солоҡ умартасылығы менән бик ҡыҙыҡһынып танышты, башҡорт бал ҡортоноң үҙенсәлектәре тураһында күп яңылыҡ белде.

Сәйәхәтселәр солоҡтоң төҙөлө­шөн ҡараны, тәмле йүкә балы менән хуш еҫле үлән сәйен рәхәт­ләнеп эсте. Туристарға йәйәнән уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға, хан тирмәһе эргәһендә фотосессия ойошторорға мөмкин­лек булды. Ҡайтыр алдынан өлкән­дәр Кантюковка ауылындағы әллә ҡайҙан күркәм булып күренеп ул­тырған “Суфыя” мәсетенә лә инеп сыҡты. Сәйәхәтселәр оло йәш­тә­геләр өсөн матур ял ойошто­роу­сы­ларҙың һәммәһенә рәхмәт белдерҙе. “Тәьҫораттар иҫ киткес ҙур, һөйләп бөтөрөрлөк түгел! Әлдә барғанмын әле, тип һөйөнөп бөтә алмайым”, – ти Эльвира Зарипова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, турҙар “Баш­ҡортостан оҙон ғүмер­ле­леге” программаһына ярашлы үт­кәрелә. Бының өсөн https://долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм турға яҙылырға кәрәк. Проект 55 йәшкә еткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәште уҙған ир-ат өсөн ойошторола. Төп талап – сәйәхәттә ҡатнашырға теләүселәр Рәсәй гражданы һәм республика билә­мәһендә теркәлгән булырға тейеш. Проектҡа ярашлы, Башҡорт­остан буйлап сәйәхәткә йылына бер тапҡыр сығырға мөмкин.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: