Спорт һәм туризм
6 Октябрь 2022, 08:45

Үзбәкстан көрәшселәре лә ҡатнаша

Был спорт сараһы бик мауыҡтырғыс булмаҡсы.

Үзбәкстан көрәшселәре лә ҡатнашаҮзбәкстан көрәшселәре лә ҡатнаша
Үзбәкстан көрәшселәре лә ҡатнаша

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 9 – 11 октябрҙә Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә Республика көнөнә арналған билбаулы көрәш буйынса республика турниры үткәрелә. Сарала Үзбәкстан һәм Башҡортостан йыйылма командаларының осрашыуы көтөлә. Әйткәндәй, республиканың Спорт министрлығы һәм Үзбәксандың Наманган өлкәһе хакимиәте араһында физик культура, спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды, һәм был сара ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу, үҫтереү йәһәтенән ойошторола.

“Башҡортостан Республикаһы Үзбәкстан Республикаһы менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен юғары баһалай. Айырыуса спорттың милли төрҙәрен үҫтереү мәсьәләһенә иғтибар итәбеҙ”, - тип белдерҙе Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.

10 октябрҙә еңеүселәрҙе тантаналы тәбрикләйәсәктәр.

Әйткәндәй, билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионаты Үзбәкстандың Наманган ҡалаһында үткәрелгәйне. Дөйөм иҫәп буйынса Рәсәй командаһы беренсе урын яуланы. Башҡортостан спортсылары биш алтын һәм ике бронза миҙалға лайыҡ булды.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас