Спорт һәм туризм
10 Октября 2022, 15:15

Чемпион булып тыумайҙар

Сағыу турнирҙа көрәшселәр еңеү өсөн көсөн йәлләмәне, барлыҡ оҫталығын туплап беренселек өсөн алышты.

Чемпион булып тыумайҙарЧемпион булып тыумайҙар
Чемпион булып тыумайҙар

Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә Республика көнөнә арналған билбаулы көрәш буйынса республика турниры үткәрелде.

Сарала Үзбәкстан, Башҡортостан, Ҡарасәй-Черкес республикалары йыйылма командалары осрашты. Әйткәндәй, республиканың Спорт министрлығы һәм Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимиәте араһында физик культура, спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды, һәм әлеге сара ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу, үҫтереү йәһәтенән ойошторола.

“Республика Башлығы Радий Хәбиров, республиканың тотош спорт йәмәғәтселеге исеменән Башҡортостандың төп байрамына арналған турнирҙа ҡотлайым. Спортсылар көрәшсе сифаттарын, еңеү рухын күрһәтер, иң көслө еңер тип ышанам”, - тип белдерҙе Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.

- Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы, республиканың спорт йәмәғәтселеге исеменән спот майҙансығыбыҙҙа Рәсәй һәм үзбәк көрәшселәрен сәләмләүемә шатмын. Чемпион булып тыумайҙар, чемпион булалар. Беҙ бергә. Спорт! - тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова.

Үзбәкстандың Наманган өлкәһенең спорт үҫеше буйынса идаралыҡ етәксеһе Анваржон Туйчиев Башҡортостан халҡын етеп килгән дәүләт байрамы менән ҡотланы, был спорт сараһының илдәр араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға тос өлөш индерәсәген белдерҙе.

Сағыу турнирҙа көрәшселәр еңеү өсөн үҙ көсөн йәлләмәне, барлыҡ оҫталығын туплап беренселек өсөн алышты. Шулай ҙа республикабыҙ көрәшселәре Үзбәкстан спортсыларынан көслөрәк булып сыҡты.

Фото: Александр Данилов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас