

Аҡъяр ауылы халҡының кесеһе лә, олоһо ла "Милләттәр кросы"нда ҡатнашты. Көҙгө көндөң сыуаҡ тороуы ла йүгереүселәрҙең күңелен күтәрҙе, дәрт һәм сәм өҫтәне.
Сара бөтә район йүгеректәрен – мәктәп уҡыусыларын, учреждение, предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәрен берләштерҙе. Йүгеректәр араһында ололар ҙа, кеселәр ҙә булды. Иң кесе ҡатнашыусы - алты йәшлек Юлиә Власенко булһа, ә иң өлкәне - 1970 йылғы Флорид Дәүләтбаев.
170-ләп йүгереүсе өсөн старт Аҡъяр һыуһаҡлағысы биләмәһенән башланды. Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге баш белгесе Илнур Мәмбәтов ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ярыштарға старт бирҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде. Һөҙөмтәлә абсолют чемпион исемен И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының 1-се курс студенты Данияр Аҡҡужин яуланы.
Сәләмәт тормошто һәм спортты пропагандалаған сара барыһына ла оҡшаны.
Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" төркөмөнән.