Спорт һәм туризм
11 Октябрь 2022, 11:38

Киләсәк – һау һәм көслө быуын иңендә

Башҡортостанда физкультура, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар һәм инфраструктура ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Быйыл Светлана Хоркина исемендәге Республика гимнастика үҙәге сафҡа инде. Бынан тыш, Көрәш үҙәге, Ишкәкле слалом комплексы, Фехтование үҙәге төҙөлә. Ғөмүмән, спорт объекттары әүҙем үҙгәртеп ҡорола.

 

Яңы объекттар – яңы үрҙәргә

 

2022 йыл аҙағына тиклем Борай районы­ның Борай ауылында­ғы физкультура-һауыҡ­тырыу үҙәген файҙа­ланыуға тапшырыу план­лаштырыла. Физкультура-һауыҡтырыу комплек­сының универсаль залында дүрт көрәш келәме һәм спорт уйындары – волейбол, баскетбол, мини-футбол, гандбол һәм башҡалар өсөн майҙан­сыҡ буласаҡ. Бында тренажер залы, массаж кабинеты, буфет, конференц-зал да урынлашасаҡ.

Киләһе йыл башында Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайын төҙөү тамамланыр, тип көтөлә. 58х28 квадрат метр майҙанлы аренала хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә­сәктәр, ярыштар һәм башҡа ҙур саралар үткәреләсәк – зал 800 тама­шасыға иҫәпләнгән. Бынан тыш, унда 50 кешегә тәғәйенләнгән конференция залы, көс йәһәтенән әҙерлек һәм функциональ күнекмә залдары, кардиозал буласаҡ.

Тағы республикала ГТО спорт майҙансыҡтары төҙөлә. Улар әлегә 63 муниципалитеттың 42-һендә бар. План буйынса, 2024 йылға бындай майҙансыҡтар Башҡортостандың һәр ҡалаһында һәм районында булырға тейеш.

 

Ярыштар даими үткәрелә

 

Республикабыҙҙа Рәсәйҙә тәүге­ләрҙән булып “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы, ауылдарҙа эшләгән 100-ҙән ашыу тренерға торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү мөмкинлеге булдырылды.

Быйыл тәүге тапҡыр күмәк кеше ҡатнашлығында физкультура сараларын уҙғарыу өсөн яңы гранттар барлыҡҡа килде. Өфө халыҡ-ара марафоны ла ошо конкурста еңеп сыҡты.

Әйткәндәй, республикала төрлө кимәлдәге спорт саралары даими үткәрелә. Күптән түгел Өфөлә Баш­ҡортостандың Олимпия резервы спорт мәктәбе комплексында 19-21 йәшлек спортсылар араһында Рә­сәйҙең биатлон буйынса беренселеге ойошторолдо. Бынан тыш, VIII Өфө халыҡ-ара марафонында биш меңдән ашыу кеше ҡатнашты. “Геройҙар уҙышы” – махсус подразделениелар хәрбиҙәре өсөн һынау­ҙар –  спорт саралары ойошторолдо.

Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн “Медиа геройҙары уҙышы” Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм республиканың Спорт министрлығы ярҙамында уҙғарылды. Журналистар көс һәм таһыллыҡ талап иткән ярыштарҙа ҡатнашты һәм үҙҙәренең командаһының, кол­лективының берҙәм, татыу икәнлеген күрһәтте. Әйткәндәй, был спорт сараһында “Башҡортостан” гәзите командаһы ла әүҙем ҡатнашты.

 

Дәртләндереү саралары күрелә

 

Быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спортсыларҙы, тренерҙарҙы Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия һәм йәш үҫмерҙәр Олимпия, Европа уйындарында, чемпио­нат­тарҙа, кубокка ярыштарҙа, донъя, Европа беренселектәрендә, Бөтә донъя универсиадаһында һәм Рәсәй чемпионаттарында призлы урындар яулаған өсөн матди йәһәттән дәрт­ләндереү тураһындағы Указға үҙгә­реш­тәр индерҙе. Был спортсыларҙы, тренерҙарҙы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыуға саҡырыу маҡсатында эшләнде.

Указдың яңы редакцияһында беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡ булған спортсылар ғына түгел, дүртенсе – һигеҙенсе урын яулаусылар ҙа билдәләнәсәк.

Үҙгәрештәргә ярашлы, Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындарында беренсе урын яулағандарға – ике миллион һум, икенсе урын өсөн – 1,5 миллион һум, өсөнсө урынға лайыҡ булғандарға бер миллион һум тапшырыу ҡаралған. Дүртенсе – һигеҙенсе урындарға сыҡҡандарға 200-әр мең биреләсәк. Беренсе редакцияла был хаҡта әйтелмәй.

Йәш үҫмерҙәр Олимпия уйындарында беренсе һәм икенсе урын яулағандар элекке осор менән сағыштырғанда 50 мең һумға күберәк аласаҡ, һәм сумма 250 мең һум тәшкил итәсәк. Өсөнсө урын өсөн, быға тиклемге кеүек үк, 150 мең һум буласаҡ. Дүртенсе – һигеҙенсе урындарға 75 мең һум ҡаралған.

Спортсыларға Рәсәйҙең Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия йыйылма командаларында ҡатнашҡаны өсөн 200 мең һумдан алып ике миллион һумға тиклем аҡса тапшырыласаҡ.

Бынан тыш, спортсыларға донъя һәм Европа чемпионаттарында, башҡа кимәлдәге спорт сараларында ҡатнашҡан өсөн аҡсалата түләүҙәр күләме артҡан.

Спорт һәр саҡ беҙҙә яҡшы сифаттар барлыҡҡа килтерә, көслө, ныҡыш, дисциплиналы һәм, әлбиттә, сәләмәт итә. Шуға республика етәкселегенең дә төп маҡсаттарының береһе – төбәктең ҡайһы ғына ҡалаһында йәки ауылында йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр кем спорт менән шөғөлләнә алырлыҡ булһын.


Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас