

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдереүенсә, бөгөн кис Өфөлә республиканың беренсе Төнгө футбол лигаһы чемпионаты башланған.
– Бер нисә минут элек Өфөлә республиканың беренсе Төнгө футбол лигаһы чемпионаты башланды. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай рәйесе Константин Борисович Толкачев Төнгө футбол лигаһын булырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны, ә беҙ уны хупланыҡ. Һәм бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән республика Хөкүмәте командалары осрашыуы уҙа.
Чемпионат октябрҙән алып апрель аҙағына тиклем барасаҡ. Уйындар Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә уҙасаҡ һәм һәр аҙнаның шаршамбыһында 20.30 сәғәттә башланасаҡ. Турнирҙа республика власть органдарынан, көс структураларынан һәм ҙур предприятиеларынан 14 команда ҡатнашыр тип көтөлә. Улар араһында министрлыҡтарҙан, ведомстволарҙан, республика Башлығы Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Хөкүмәт Аппараты менән бергә – ете команда, тәртип һаҡлау органдарынан өс команда, алдынғы предприятиеларҙан дүрт команда булдырылған.
Мауыҡтырғыс уйындар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар һәм көйәрмәндәр ярҙамын көтәбеҙ, – тип яҙған Ирек Сәғитов.
Фото: https://vk.com/ireksagitov