Спорт һәм туризм
14 Октябрь 2022, 08:23

Остаздарын онотмайҙар

Баскетбол – Ғафури районында ҙур билдәлелек яулаған спорт төрҙәренең береһе. Уның үҫешенә барлыҡ ғүмерен Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә балаларға спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә арнаған Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, легендар тренер Анатолий Чушкин тос өлөш индерҙе.

Матур йолаға ярашлы, йыл һайын Анатолий Семеновичтың яҡындары уның иҫтәлегенә асыҡ ярыштар ойоштора. 15-се тапҡыр үткәрелгән турнирҙа республи­калағы иң көслө баскетбол командалары көс һынашты.

Турнирҙы асыу тантанаһы уҡытыусы-тренер эшләгән Красно­усолдағы 1-се урта мәктәптең тамаша залында үткәрелде. Ярышта ҡатнашыусыларҙы Ғафури районы хакимиәте исеменән депутат, эшҡыуар, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Анатолий Чушкиндың уҡыусыһы Максим Видинеев сәләмләне һәм командаларға уңыштар теләне. Ул шулай уҡ Рәсәй Баскетбол феде­рацияһы президенты Андрей Кириленконың рәхмәт хаттарын районда баскетболдың данлы йолаларын дауам иткән, был спорт төрөн популярлаштырыуҙа үҙ өлөшөн индергән, 15 йыл дауамында А.С. Чушкин иҫтәлегенә район-ара асыҡ турнирҙар үткәреү­ҙә әүҙем ҡатнашҡан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Лидия Елсукова ме­нән Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең физкультура уҡытыу­сыһы Алексей Яковлевҡа тапшыр­ҙы. Данлы тренерҙың икенсе тәрбиәләнеүсеһе, 1-се мәктәп директоры Галина Петрова ла остазы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Видеобәйләнеш аша сарала ҡатнашыусыларҙы Анатолий Чуш­киндың ҡыҙы Ирина Анатольевна һәм ейәне Михаил сәләмләне. Баскетбол байрамын ойоштороусы булараҡ, әллә күпме спортсылар тәрбиәләгән тренерҙың ҡатыны – Ғафури районының почётлы гражданы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы, мәғариф ветераны Роза Вәли ҡыҙы, турнирҙа ҡатнашып, спортсыларҙы еңеүҙәргә әйҙәне.

“Минең, бөгөн барлыҡ ғаиләм­дең кеүек үк, бәхетемдең сиге юҡ!” – тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.

Роза Чушкина, күптәнге баскетболсы-спортсылар Анастасия Григорьева, Рита Сәйфуллина һәм Алексей Золотаревты сәхнәгә саҡырып, Чушкиндар ғаиләһе исе­менән рәхмәт хаттары һәм иҫтә­лекле сувенирҙар менән бүләкләне. Ул шулай уҡ, турнирҙың матур йолаһына ярашлы, үҙҙәренең ғаи­ләһе исеменән барлыҡ команда­ларға ла спорт атрибутикаһы, баскетбол туптары таратты. Бынан тыш, һәр бер уйынсы иҫтәлекле логотип менән бейсболкаларға лайыҡ булды. Командаларҙың тренерҙары ла бүләкләнде.

Сәхнә түрен быға тиклем Анатолий Чушкин иҫтәлегенә уҙған турнирҙарҙа күп тапҡыр еңеү яулаған баскетболсылар биләне. Ир-аттар араһында турнирҙың береһен дә ҡалдырмай ҡатнашып килгән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ветерандары булып сыҡты. Улар ете тапҡыр еңеүсе исемен яулаған! Был ҡаҙаныштары өсөн Роза Вәли ҡыҙы ҡулынан беләҙек-флешкалар алдылар. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында турнирҙарҙа шунса уҡ еңеү яулаған Ғафури районы командаһы ла данлауға лайыҡ булды. Бынан тыш, райондың баскетболсы ҡатын-ҡыҙҙары командаһы, төрлө кимәлдәге республика ярыштарында ҡатнашып, чемпион исемен яулай. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла – Красноусолдағы 1-се мәктәпте тамамлаусылар! Был спортсылар иҫәбендә эшҡыуар Светлана Фомина ла бар. Ул да остазы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Юбилей турниры юғары кимәлдә үтте. Ир-егеттәрҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Шишмә, Архангел, Ғафури райондары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Архангел, Ғафури райондары һәм Красноусолдағы 1-се урта мәктәп баскетболсылар командалары үҙ-ара көс һынашты. 1-се мәктәптә һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәк­тәбендә уҙған уйындар тамам­ланғас, 1-се мәктәптең тамаша залында еңеүселәр бүләкләнде. Ғафури районының баскетболсы ир-егеттәре командаһы еңеүсе тип танылды һәм юбилей күсмә кубогы үҙебеҙҙә ҡалды.

Шишмә районы командаһы – икенсе урында, бер нисә йыл рәттән кубокты үҙҙәренә алып ҡайтып киткән Стәрлетамаҡ ҡалаһы командаһы өсөнсө урынға сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар командаһы араһындағы көсөргәнешле бәйге стәрлетамаҡтар еңеүе менән тамамланды, ә Ғафури баскетболсылары икенсе урын яуланы. Ишембай ҡалаһы баскетболсыларына өсөнсө урын бирелде. Спортсылар Чушкиндар ғаиләһенә үҙҙәренә ысын спорт байрамы ойоштороуҙары өсөн рәхмәт әйтте.

- Индира ИШКИНА
Ғафури районы

Читайте нас