Спорт һәм туризм
19 Октября 2022, 01:30

Ниһайәт, ҡыуандырҙылар!

18 октябрҙә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Мәскәүҙә “Спартак” менән осрашты.

Ниһайәт, ҡыуандырҙылар!Ниһайәт, ҡыуандырҙылар!
Ниһайәт, ҡыуандырҙылар!

Беренсе голды юлаевсыларҙан Александр Кадейкин илдең баш ҡалаһы хоккей командаһы ҡапҡаһына сәпәне. Артабан Өфө командаһынан Иван Гроздов, Райан Мерфи, Данил Башкиров гол хужалары булды.

Матчтың өсөнсө осоронда “Спартак”тан Александр Хохлачев үҙ командаһы файҙаһына иҫәпте ҡыҫҡартты – 1:4. Әммә оҙаҡламай юлаевсыларҙан Владислав Картаев иҫәпте 1:5 итте.

Артабан боҙ хужалары беҙҙең команда ҡапҡаһына бер гол индерҙе. Осрашыу 2:5 иҫәбенә тамамланды.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас